Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәтенә бар күңелен һала

Район үҙәк дауаханаһында үҙ эшен белгән, тәжрибәле шәфҡәт туташтары бихисап. Шуларҙың береһе - поликлиниканың өлкән, терапевт кабинетының участка шәфҡәт туташы Гөлдәр Нуруллина. Район дауаханаһында өс кенә йыл эшләүенә ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәренең ышанысын һәм ихтирамын яулап өлгөргән ул.

Хеҙмәтенә бар күңелен һала
Хеҙмәтенә бар күңелен һала

- Эшебеҙ тәү сиратта пациенттарға ярҙам итеү. Ауырыуҙар бит дауаханаға ярҙам һорап килә. Уларҙың ышанысын аҡлап, ярҙам ҡулы һуҙырға, йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәй, матур итеп аңлатырға, һөйләшергә кәрәк. Терапевт – киң профилле табип. Уға төрлө йәштәге һәм төрлө үтенестәр менән килә ауырыуҙар. Олоһон - оло, кесеһен кесе итеп ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Дауаханаға килә алмаған оло йәштәгеләрҙең өйҙәренә барып та кәрәкле процедураларҙы яһайбыҙ. Бергә эшләгән терапевтарҙан уңдым – Айрат Сәғитов менән Наҙгөл Хәсәнованан күп нәмәгә өйрәндем.

Коллективыбыҙ бик татыу, дуҫ. Шәфҡәт туташтары бер-береһенә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер. Төрлө ярыш, конкурстарҙа, һөнәри байрамдарҙа ла беҙ берҙәм, әүҙем. Ниндәй сара булһа ла тиҙ генә йыйылышып, ойоштороп, юғары кимәлдә башҡарып сығабыҙ. Бында беҙҙең йәш ҡыҙҙар – хирургия кабинеты шәфҡәт туташы Айһылыу Маликова менән инфекция ауырыуҙары кабинеты шәфҡәт туташы Гөлнәзирә Шаһивәлиевалар һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтә. Шулай уҡ Резеда Әбделмәнова менән Әлфиә Әминевалар маҡтауға лайыҡ. Улар үҙ эшен яҡшы башҡарған, тәжрибәле, итәғәтле шәфҡәт туташтары. Үҙебеҙҙең участокка ҡараған Аҫҡар, Исламбай, Яңы Монасип, Мәһәҙей ауылдары фельдшерҙары менән дә бергә килешеп эшләйбеҙ, - тип эше менән таныштырҙы Гөлдәр Һатыбал ҡыҙы.

(Тулыраҡ гәзиттең 19-сы һанында)

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас в