Бөтә яңылыҡтар

Бөрйән ҡыҙы республиканың иң яҡшы табиптары рәтендә!

  Ағымдағы йылдың апрелендә Башҡортосан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин рәйеслегендәге конкурс комиссияһы йыл һайын үтә торған “Иң яҡшы йыл табибы – 2023” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын билдәләне. Тулыраҡ – артабан.

Бөрйән ҡыҙы республиканың иң яҡшы табиптары рәтендә!
Бөрйән ҡыҙы республиканың иң яҡшы табиптары рәтендә!

 

Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең республиканы федераль кимәлдә күрһәтеүсе ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта. Быйыл конкурста республиканың төрлө һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан 195 белгес ҡатнашҡан. Уларҙың иң-иңдәре еңеүсе булған.

Ошо еңеүселәр араһында Бөрйән ҡыҙы, Өфөнөң 18-се дауаханаһының табип-кардиологы Динара Рәил ҡыҙы Нутфуллинаның да (Зәйнуллианы) булыуы бөрйәндәр өсөн айырыуса ҙур ғорурлыҡ.

Динара Рәил ҡыҙы республика буйынса 23 еңеүсе араһына инеп, “Табип-кардиолог” номинацияһында 2-се урын яулаған.

Афарин, Динара! Киләсәктә лә уңыштар һиңә!

Т. Баһауетдинова әҙерләне.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: