Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
26 Апрель 2023, 12:20

Башҡортостанда “Ауыл докторы” программаһында ҡатнашыу өсөн ФАП-тар исемлеге раҫланды

Башҡортостанда уларға эшкә барған хәлдә “Ауыл докторы” (“Земский доктор”) программаһы буйынса түләүҙәр ҡаралған ФАП-тар исемлеге раҫланған. Исемлеккә 33 фельдшер-акушерлыҡ пункты ингән.

Башҡортостанда “Ауыл докторы” программаһында ҡатнашыу өсөн ФАП-тар исемлеге раҫланды
Башҡортостанда “Ауыл докторы” программаһында ҡатнашыу өсөн ФАП-тар исемлеге раҫланды

Шулай уҡ түләүҙәрҙе алыу шарттары ла үҙгәрҙе. Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәргә 2016 йылдың 1 ғинуарынан эшкә ҡабул ителгән (шул иҫәптән раҫланған исемлектәге ФАП-тарға күсереү юлы менән эшкә ҡабул ителгән) фельдшерҙар (акушерҙар) дәғүә итә ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ауыл докторы” программаһы буйынса ауыл медицина учреждениеларында эшләргә теләк белдергән табиптар 1 500 000 һумға тиклем, фельдшерҙар 750 мең һумға тиклем бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәргә дәғүә итә ала.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-26/v-bashkirii-utverdili-spisok-fapov-dlya-uchastiya-v-programme-zemskiy-doktor-v-2023-godu-3234897

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: