Бөтә яңылыҡтар

Яңы монасиптар ҙа яңы ФАП-лы булды

Бөгөн Яңы Монасип ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы үтте. 

Яңы монасиптар ҙа яңы ФАП-лы булды
Яңы монасиптар ҙа яңы ФАП-лы булды

Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары В. Вәлиева, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Л. Ҡыҙрасов, ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы С. Заһитова, ауыл халҡы ҡатнашты.

- Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункт бөтә стандарттарға һәм санитар нормаларға тулыһынса тап килә. Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле медицина ҡорамалдары һәм инвентарҙар бар. Бина электр конвекторҙары ярҙамында йылытыла, эҫе һәм һалҡын һыу, һыуҙы ағыҙыу, халыҡтың аҙ хәрәкәтсән төркөмдәре өсөн пандус кеүек уңайлыҡтар булдырылған. Яңы ФАП халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Был бигерәк тә беренсе ашығыс ярҙам күрһәтеү йәһәтенән оло йәштәгеләр һәм балалар өсөн мөһим. Һеҙҙең хәҙер бындай мөмкинлегегеҙ бар, - тине баш табиб Линар Ҡыҙрасов.

Яңы Монасип ауылына фельдшер булып 2022 йылдың июлендә  Илнур Дауытов тәғәйенләнгән. Оҙаҡ йылдар ауылдаштары һаулығы һағында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Факил Ҡыуандыҡов та ҡыуаныслы саранан ситтә ҡалманы. Ауылдаштарына, яңы фельдшерға тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Илнур Әсфән улы һорауҙар килеп сыҡҡанда уға мөрәжәғәт итеүен, уның бер ваҡытта ла ярҙамдан баш тартмауын белдерҙе. Яңы Монасип ФАПы 327 кешене хеҙмәтләндерә, шуларҙың 86-һы - балалар.

Яңы монасиптар ҙа яңы ФАП-лы булды
Яңы монасиптар ҙа яңы ФАП-лы булды
Яңы монасиптар ҙа яңы ФАП-лы булды
Яңы монасиптар ҙа яңы ФАП-лы булды
Яңы монасиптар ҙа яңы ФАП-лы булды
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас в