Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Апрель 2023, 17:50

Яңы ФАП-тар асылды

Бөгөн ике ауылда өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу тантанаһы үтте.

Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды

Әтек һәм Байғаҙы ауылдары халҡы өсөн был көтөп алынған ваҡиға.

Заманса йыһазландырылған йылы ФАП-тар фельдшерҙар өсөн дә, пациенттар өсөн дә бик уңайлы.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы төҙөлгән. Яңы медицина учреждениеһы "Демография" милли проектында билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн дә яҡшы.

ФАП-тарҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, уның урынбаҫары В. Вәлиева, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Л. Ҡыҙрасов, Ҡоролтай депутаты А. Бейембәтов, район Советы депутаты Р. Динисламов, Әтек һәм Байғаҙы ауылдары хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл халҡы ҡатнашты. Яңы пункттарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамал һәм инвентарҙар, сифатлы хеҙмәтләндереүгә шарттар булдырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, акушер-гинеколог, процедура-прививка кабинеттары, медицина персоналдары, медикаменттар һаҡлау, хужалыҡ ҡорамалдарын һаҡлау, туалет, йыуыныу бүлмәләре бар.  Улар ике һыуытҡыс, металл шкафтар, өҫтәлдәр, сейф, стерилизатор, ҡан баҫымын, күҙ эсе баҫымын үлсәү аппараттары, ҡан анализаторы, кислородлы мендәр, носилкалар, спирограф, дефибликатор һәм башҡа әйберҙәр менән йыһазландырылған.

Әтек фельдшер-акушерлыҡ пункты 408 кешене хеҙмәтләндерә, шуларҙың 116-һы балалар.

Байғаҙы ауылы ФАП-ында 311 кеше хеҙмәтләндерелһә, шуларҙың 70-е балалар.

Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Яңы ФАП-тар асылды
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: