+13 °С
Болотло
-Эш сәфәре сиктәрендә район үҙәк дауаханаһы терапевы Иманғолов Илнур Таһир улы менән бергә Байназар, Ғәҙелгәрәй. Кейекбай һәм Мәндәғол ауылдарындағы медицина учреждениеларында булдыҡ.
Медицина персоналы менән таныштыҡ, биләмәне ҡарап сыҡтыҡ. Медицина документацияһы менән ентекле таныштыҡ. Кабинеттарҙа булдыҡ, коллегалар, урындағы халыҡ менән әңгәмәләштек.
Халыҡ менән профиллактик эш, диспансеризацияның тәүге этабын һәм, әлбиттә, йоғошло сирҙәр әүҙемләшкән осорға вакцинациялау үткәреү кәрәклеген билдәләнем. Был саралар өсөн урындарҙа барлыҡ шарттар булдырылған, - тип яҙа баш табип Линар Алик улы Ҡыҙрасов үҙенең сәхифәһендә.