Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
7 Апрель 2023, 09:10

Хәрәкәт кәмеһә, кеше сирҙәргә бирешә башлай...

25 йыл балаларға спортты, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған элекке физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы, спортсы, 60 йәшендә лә йәш егеттәр менән бер рәттән волейбол командаһында уйнаған, әүҙем йәшәү рәүешен алып барған, көн һайын кискелек, һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ҡатыны, уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Йомабикә Сәғәҙәт ҡыҙы менән саф һауала йәйәү йөрөүсе район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғайса Хәлитов менән сәләмәтлек хаҡында һөйләштек.

Хәрәкәт кәмеһә, кеше сирҙәргә бирешә башлай...
Хәрәкәт кәмеһә, кеше сирҙәргә бирешә башлай...

- Кеше был донъяға тыуғас, имгәкләргә, уйнарға, атларға, йүгерергә, дөйөм әйткәндә, хәрәкәтләнергә өйрәнә. Һәм ғүмере буйы хәрәкәттә булырға тейеш. Әммә хәҙерге заман техникаһы эшкә яраҡлы кешеләрҙе ултырырға мәжбүр итә, хәрәкәтләнеүгә ҡамасаулай. Күптәр эшкә машинала бара, эштә компьютер артында ултыра, машинала ҡайта. Хәрәкәт кәмеһә, кеше ауырыуҙарға тиҙ бирешә, һимерә, хроник сирҙәр барлыҡҡа килә башлай. Мотлаҡ спорт менән шөғөлләнергә кәрәк, тимәйем, әммә саф һауала йәйәү йөрөү, еңелсә гимнастика эшләү йөрәк эшмәкәрлеге, ҡан тамырҙары, тын юлдары өсөн бик файҙалы. Кешегә көнөнә 10 мең аҙым яһарға кәрәк, тип иҫәпләйем. Бәлки, кемгәлер әҙерәк,  кемгәлер күберәк кәрәк булыр, һәр кем үҙ мөмкинселегенә ҡарай. Был осраҡта  организмды тыңлай белеү мөһим. Күптәр оло инәйҙәрҙең, быуындар ҡатмаһын өсөн ҡыбырлап йөрөргә кәрәк, тигән һүҙҙәрен ишеткәне барҙыр. Хәрәкәттә – сәләмәтлек икәнен ололар яҡшы белә. Йәштәр ҙә аңлаһа ине.

Беҙ тотош ғаиләбеҙ менән һау-сәләмәт тормош алып барырға тырышабыҙ. Хәҙер10 йылдан артыҡ хәләлем менән тышта йәйәү йөрөйбөҙ. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ямғырҙа ла, хатта -40 градус һыуыҡта ла, көн һайын кисен саф һауаға сығабыҙ. Быға күнегеп тә бөткәнбеҙ, сәғәт киске 8 тулыу менән организм һауаға сығыуҙы һорай башлай. Эшкә лә йәйәү барам, йәйәү ҡайтам. Мөмкинселек булғанда бассейнға йөрөйбөҙ. Волейбол уйнарға яратам. Ике улым да спорт менән дуҫ. Ейәндәрем дә беҙҙән үрнәк алаларҙыр, тип өмөтләнәм.

Һау-сәләмәт булыр өсөн тағы ла йоҡлау, ашау, эшләү режимын үтәргә кәрәк. Организм яҡшы ял итеп, киләһе көнгә көс туплаһын өсөн кешегә 8 сәғәт йоҡо талап ителә. Аҙ йоҡлаһаң, эш һәләте, иғтибарлылыҡ кәмей, артығын йоҡлау ҙа баш мейеһенә кире йоғонто яһай, ялҡаулыҡҡа килтерә.

Самаһынан тыш артығын ашарға ла ярамай. Ризыҡ сифатлы, файҙалы һәм тәбиғи булырға тейеш. Хәҙер магазиндарҙа ниндәй генә әҙер аҙыҡ юҡ - колбаса, майонез, ярым фабрикаттар, бургерҙар һәм башҡалар. Уларҙы ҡәтғи рәүештә ашарға ярамай. Ундағы синтетик майҙар һәм химикаттар һаулыҡ өсөн бик насар. Көнөнә 3 тапҡыр ғына туҡланыу етә. Беҙ үҙебеҙҙең өйҙә етештергән, туғандарҙан, урындағы хужалыҡтарҙан һатып алынған ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәбеҙ, магазиндан бик һирәк һатып алабыҙ. Тормош иптәшем менән 10 йылдай ураҙа тотабыҙ. Ураҙа тотоу ҙа һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итә, еңеләйеп, таҙарынып ҡалаһың, үҙенә күрә бер һынау үтеп, нығынаһың.

Дауамы гәзиттең 14-се һанында.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: