+13 °С
Болотло
“Мин бәпембә япрағын киптереп йөрөйөм.
Холестеринды төшөрә, мәтдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ла файҙалы.
1 аш ҡалағы кипкән япраҡтарға 1 стакан эҫе һыу ҡойорға ла 2 сәғәт тондороп ултыртырға, унан һөҙөргә һәм көнөнә 1/4 стакандай 3 тапҡыр эсергә.
Был мәҡәләне журналға ебәргән кеше инсульт үткәргән була, табиптар уның ҡәҙимгесә атлап йөрөй һәм һөйләшә алыуына гарантия бирмәйҙәр. 1 йыл ошондай төнәтмәне эсә һәм һауыға”.
Әйткәндәй, бәпембә сәскәһенән төнәтмә быуындар һыҙлауынан яҡшы. Ә тамыры хатта яман шеш сиренә ҡаршы ҡулланыла...
Бәпембәнең япрағынан хатта йомортҡа ҡушып салат та эшләп ашарға тәҡдим итәләр.