Күгүләнгә баҫһаҡ, бирешмәбеҙ, тигәндәр әүәле. Сөнки тәбиғәттең шифаһы сикһеҙ икәнен белгәндәр. Ана, ябай ғына ҡайынды алып ҡарағыҙ. Шифалы булмаған өлөшө юҡ – бөрөһө әллә нисә төрлө сирҙән дауа, ҡайын итен әүәле ҡатыҡҡа ҡушып ашағандар, ҡайын япрағы үҙе генә әллә күпме шифалы серҙәр һаҡлай, ҡайын бәшмәге - ҡыуауҙы (чага) хатта яман шештән дауа тип белгәндәр...
Әлеге ваҡытта ҡайындарҙың бөрөгә тулыша башлаған мәле. Уны йыйып өлгөрөргә кәрәк. Юғиһә, көндәр ныҡлап йылыта башлаһа, япраҡ тиртеп тә ебәрер.
Уны ҡайын һыуы сығып, бөрөләр тулыша башлағас та йыйырға кәрәк.
Ҡайын бөрөләре апрелдең тәүге яртыһында бүртеп тулышҡан, әммә япраҡ ярырға өлгөрмәгән мәлдә йыйыла һәм ҡоро урында киптерелә. Ҡояш нурҙары төшмәгән ҡоро һәм еләҫ урында киптерергә кәрәк. Дөрөҫ һаҡлағанда яҡшы киптерелгән ҡайын бөрөләре 2 йыл буйы шифаһын юғалтмай.
Ҡайын бөрөһө микробтарға ҡаршы көрәшеү, ҡанды туҡтатыу, яраны бөтәштереү үҙенсәлегенә эйә, көслө бәүел һәм үт ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланыла.
Төнәтмәне әҙерләү:
2 балғалаҡ кипкән ҡайын бөрөһөн 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр, ас ҡарынға, 1-әр аш ҡалағы эсергә.
Тамаҡ ауыртҡанда ике ҡалаҡ ҡайын бөрөһөнә 50 грамм аҡ май ҡушып болғатырға һәм талғын утта бер сәғәт тоторға. Йылы килеш һөҙөп алып, 0,2 грамм шыйыҡ бал ҡушып бутарға. Көнөнә дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Ҡайын бөрөһөнөң әсеһе күп кенә паразитҡа оҡшамай. Биш-ете бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп, яҡынса 20 минут ҡайнатырға. Һыуынғас һөҙөп, тәүлегенә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Дауаланыу курсы – өс аҙна.
Ҡайын бөрөһөн гастрит булғанда, быуындар һыҙлағанда,папилломаларҙан, бөйөр ауыртҡанда ла ҡулланалар.
Сәләмәт булайыҡ! Тәбиғәт биргән шифаларҙы ҡулланайыҡ!
*
Чем полезны берёзовые почки для организма человека?
Благодаря большому количеству нутриентов (аскорбиновая кислоты — витамина С, жирных кислот, сахара, селена, смолистых веществ, флавоноидов, эфирных масел и многого другого) берёзовые почки являются уникальными в целях использования их от разного рода заболеваний, так как оказывают следующие положительные эффекты на динамику исцеления:
*
Свойства берёзовых почек при применении их в период простудных заболеваний:
*
Польза берёзовых почек
*
Берёзовые почки: противопоказания
Также следует не забывать, что любое растение может оказывать не только положительное, но и отрицательное воздействие на организм человека. Пока не установлено, что берёзовые почки приносят вред организму при их применении, но внимательность и осторожность не помешает при таких показаниях, как: