Бөтә яңылыҡтар

Туберкулез сиренең билдәләре нисек?

Бөгөн – Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө. Бөгөнгө көндә туберкулез менән 18-ҙән 40 йәшкә тиклем кешеләр йышыраҡ сирләй. Йыл һайын ер шарында был сирҙән 3 миллион кешенең ғүмере өҙөлә һәм ошо сирҙән 40 миллион кеше иҫәпкә ҡуйыла. Был сирҙең билдәләре нисек? Унан дауаланып буламы?

Туберкулез сиренең билдәләре нисек?
Туберкулез сиренең билдәләре нисек?

Көнкүреш шарттары насар булған илдәрҙә был сир киң таралған. Эшһеҙлек, хәйерселек, ауыр хеҙмәт һ.б. туберкулёз таралыуҙың төп шарты булып тора.

Рәсәйҙә 1991 йылға тиклем туберкулёз менән ауырыу кәмей барҙы. Рәсәҙә планлы рәүештә балалар һәм өлкәндәр араһында махсус саралар үткәрелде. Һуңғы осорҙағы социаль һәм экономик үҙгәрештәр үпкә сиренең артыуына килтерҙе.

Хәҙерге медицина туберкулёз ауырыуын тулыһынса дауалай ала. Әммә диагнозды был сир башланған осорҙа ҡуйыу мөһим. Диагноз ни тиклем иртәрәк ҡуйылһа, был сир шул тиклем уңышлыраҡ дауалана.

Сирҙең бер кешенән икенсе кешегә йоға торған ауырыу икәнен күптән белгәндәр, ләкин уның нисек итеп йоғоуы бик оҙаҡ ваҡыт билдәле булмай.

1882 йылда немец ғалимы Роберт Кох туберкулез ауырыуын тыуҙырыусы микробтарҙы микроскоп аша күрә. Был ул заман өсөн иң ҙур асыштарҙың береһе була. Микроскоп аша күренгән таяҡсыҡ рәүешендә оҙонса микробтарҙы туберкулез таяксыҡтары тип атағандар. Микробты асҡан ғалим хөрмәтенә уларҙы Кох таяҡсыҡтары тип тә йөрөтәләр.

Кеше йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә микроб төкөрөк менән һауаға сыға һәм шул һауаны һулаусы сәләмәт кешенең тын юлдарына үтеп инеүе мөмкин. Микробтары, ауырыу кешенән таҙа кешегә күп осраҡта (85—95 %) тын юлдары аша йоға.

Туберкулез сиренең билдәлере

Ауырыу төрлөсә башлана. Ҡайһы бер осраҡта ул һиҙҙермәй генә, әкренләп башлана. Тиҙ арыу, аппетит һәм йоҡо боҙолоу, әҙ генә йүтәл булыуы мөмкин. Башҡа ауырыуҙарҙың да шундай уҡ билдәләре булыуы сәбәпле кеше уға әллә ни иғтибар ҙа итмәй. Күп осраҡта туберкулез ауырыуы кинәт башлана: температура 38—39 градусҡа күтәрелә, хәлһеҙлек арта, йүтәл көсәйә, йүткергәңдә ҡаҡырыҡ килә башлай. Ауырыу кеше төндәрен тирләп уяна. Үпкә сиренең башланғыс осорында күп кеше грипп, үпкә ялкынһынуы кеүек ауырыуҙыр тип уйлай. Туберкулез йыш ҡына ҡан төкөрөү менән дә башлана, ләкин башҡа ауырыуҙар ҙа, мәҫәлән, яман шеш, абцесс һ.б. ваҡытында да ҡан төкөрөү күҙәтелә.

Температура күтәрелеү — сирҙең беренсе симптомы. Башҡа йоғошло ауырыуҙарҙан айырмалы булараҡ, туберкулез менән ауырыусының температураһы әллә ни юғары булмай һәм кискә табан күтәрелә. Кешелә хәлһеҙлек һиҙелә. Ул кеше, әҙ генә хәрәкәтләнһә лә, тиҙ арый. Туберкулез менән сирләгән кешенең аппетиты боҙолмаһа ла, ул әкренләп ябыға бара, ләкин баштараҡ ул үҙе һиҙмәй. Һуңға табан, ауырыуҙың башҡа билдәләре лә асыҡланғас, ауырыу кеше үҙенең шаҡтай ябығыуын аңлай. Үпкә сирле кеше тиҙ тирләй. Тирләү кеше эш эшләгәнгә йәки көн эҫе булғанға түгел, бәлки төндә йоҡлағанда, башлыса таң алдынан була. Тын ҡыҫылыу, үпкә ауырыуҙарының бар төрөнә лә хас билдә булһа ла, туберкулездың башланғыс осоронда бөтөнләй һиҙелмәй ҙә, сөнки был осорҙа үпкә үҙенең резерв мөмкинлекләрен эшкә егә. Шулай ук, күкрәк ауырытыуы ла баштараҡ бик һиҙелмәй. Һуңыраҡ арҡала, ҡалаҡ һөйәге тирәһендә сәнсеү һиҙелә. Йүтәлләү туберкулез ауырыуына хас билдә.

Туберкулёзды диагнозлау өсөн флюорография үтәләр.

Флюорография бер яҡтан ауырыуҙы башланғыс осоронда уҡ асыҡларға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан уның ярҙамында башҡа төрлө ауырыуҙарҙы ла белергә була. Мәҫәлән, үпкә ялһынһынуы, үпкә рагыкистаяман булмаған шештәр һ. б.

(Башҡорт Википедияһынан алынды).

 

Автор:
Читайте нас в