Бөтә яңылыҡтар

Сысҡан биҙгәгенән һаҡ булығыҙ

Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк – үлемесле хәүеф менән янаған бик мәкерле сир. Ул ҡан тамырҙарына зыян килтерә.

Сысҡан биҙгәгенән  һаҡ булығыҙ
Сысҡан биҙгәгенән һаҡ булығыҙ

Район хакимиәтендә санитар-эпидемияға ҡаршы комиссияның ултырышы үтте.
Уны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева алып барҙы.

Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк – үлемесле хәүеф менән янаған бик мәкерле сир. Ул ҡан тамырҙарына зыян килтерә. Тәү сиратта бөйөрҙәр зарар күрә, шул уҡ ваҡытта бауырға, үпкәгә, эсәктәргә, баш мейеһенә лә тәьҫире ҙур булыуы бар.

Сысҡан ауырыуы менән сирләүселәр республиканың 50 районында, 7 ҡалаһында күҙәтелгән.
Район дауаханаһының участка терапевы Илнур Иманғоловтың сығышынан күренеүенсә, 2022 йылда сысҡан биҙгәге менән ра-йонда 24 кеше ауырыған. Ауырыу июнь айынан ноябрь айына тиклемге арауыҡта йыш осраған.

2022 йылда көнкүреш шарттарында зарарланыу осраҡтары (24 процент) артҡан. Урманда сир эләктереү 76 процент тәшкил иткән.
Ултырышта И. Иманғолов сысҡан биҙгәге ауырыуының таралыу юлдары, тәүге билдәләре хаҡында һөйләне, улар беленеү менән тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген әйтте. Сысҡан биҙгәге менән күп осраҡта хеҙмәткә яраҡлы 20 йәштән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр сирләй. Инкубация осоро – 2-3 аҙна. Тәүге билдәләре һыуыҡ тейҙереүгә оҡшаған, шуға күптәрҙең бутауы ла ихтимал.

Ултырышта шулай уҡ сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцина юҡлығы, шуға күрә тәбиғәттә һәм инфекция йоҡтороу хәүефе булған башҡа урындарҙа шәхси гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү генә ауырыуҙан һаҡланырға ярҙам итеүе хаҡында ла һүҙ барҙы. Шуға күрә был сирҙе дауалағансы, иҫкәртеү яҡшыраҡ.

Ҡыштың йылы, йәйҙең эҫе һәм ҡоро килеүе, рөхсәт ителмәгән урындарҙа сүплектәрҙең йыш осрауы инфекция таратыусы сысҡан һәм ҡомаҡтарҙың үрсеүе өсөн уңайлы мөхит тыуҙыра.
Шуларҙы иҫәпкә алып, комиссия район биләмәһендәге ойошма һәм предприятиеларҙа дератизация үткәреүҙең кәрәк икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, магазиндарҙа аҙыҡ-түлек иҙәндәрҙә лә ултыра, ярмаларҙың нисек, ниндәй шарттарҙа һаҡланыуы хаҡында барыһы ла белмәй. Бөтә магазиндарҙа ла дератизация үткәрелмәй.

Башҡортостанда ҡотороу сире буйынса эпизоотологик һәм эпидемиологик хәл-торош хаҡында район ветстанцияһы начальнигы Зәбир Аратов сығыш яһаны.
2022 йылдың 11 айы эсендә республикала 5571 кеше эттәрҙән зыян күргән. Шул иҫәптән 2713 бала эт тешләү сәбәпле, медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Ветеринария идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың 10 районы биләмәһендә хайуандарҙың ҡотороу сире менән сирләүенең 11 осрағы теркәлгән. Хайуандарҙы һәм кешеләрҙе ҡотороу ауырыуынан дауалап булмай. Вакцинация – ҡотороу сиренән һаҡланыуҙың берҙән-бер ысулы.

Ултырышта шулай уҡ талпан энцефалитына ҡаршы вакцина яһатыу мөһимлеге һәм уны бөгөндән үк хәстәрләй башлау зарурлығы телгә алынды. Талпанға ҡаршы вакцина, икенсе тапҡыр яһатҡандан һуң, яҡынса ике аҙнанан һуң организмды һаҡлай башлай.
Ултырыш аҙағында комиссия тейешле ҡарарҙар сығарҙы.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: