Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Ғинуар 2023, 15:15

Йүткереүҙән баллы компресс ярҙам итә

Оҙайлы йүткереү яфалағанда төрлө компрестар менән дә дауаланырға мөмкин. Уларҙың бер зыяны ла юҡ, тын алыу ағзалары сирҙәренә бик яҡшы ярҙам итә, хатта кескәй балаларға ла ҡулланырға мөмкин. Баллы компрестарҙың бер нисә рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, бәлки ярҙамы тейер. 

Йүткереүҙән баллы компресс ярҙам итә
Йүткереүҙән баллы компресс ярҙам итә

Берәр ҡалаҡ бал һәм тоҙҙо ҡушып, бинтҡа йәки сепрәккә һыларға һәм төнгөлөккә күкрәккә ҡуйырға. Иртән күкрәкте дымлы салфетка менән һөртөп алырға. Ғәҙәттә, тоҙ ғына тороп ҡалыусан.

Тигеҙ күләмдә көнбағыш майы, бал һәм он алына. Уларҙы шулай уҡ бергә ҡушып, бинтҡа һыларға һәм күкрәккә бәйләргә. Өс сәғәттән йыуабыҙ.

Бер аш ҡалағы бал, шул уҡ күләмдә он, ҡоро гәрсис һәм бал ҡушабыҙ. Нәҙек итеп йәймә йәйәбеҙ ҙә арҡаға йә күкрәккә һылайбыҙ. Ике сәғәттән алабыҙ.

Ғәҙәттә үрҙәге рецептарҙы ҡулланғандан һуң бер-ике сәғәттән йүткереү ҡул менән һыпырып алған кеүек була.

Һау-сәләмәт булығыҙ, мотлаҡ рәүештә табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:
Читайте нас: