Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Декабрь 2022, 15:00

Сирҙәрҙе иҫкәртеү иң отошлоһо

Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондары буйынса баш дәүләт санитар табип Юлия Германовна Берзина менән миҙгелле сирҙәрҙән һаҡланыу мәсьәләләре хаҡында әңгәмә.

Сирҙәрҙе иҫкәртеү иң отошлоһо
Сирҙәрҙе иҫкәртеү иң отошлоһо

- Әлеге ваҡытта республикала коронавирус менән сирләү буйынса ниндәй эпидемиологик хәл күҙәтелә?


- Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһында яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-19) менән сирләү буйынса эпидемиологик хәлдең тотороҡланыуы күҙәтелә. Һуңғы аҙнала 1134 ауырыу осрағы теркәлгән, был 100 мең кешегә 28,3, бынан алдағы аҙна күрһәткестәренән 12,4 процентҡа кәмерәк. Дөйөм алғанда, Рәсәй бу йынса, атап әйткәндә, үҙәк төбәктәрҙә сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә.
Төп хәүеф төркөмө булып 65 йәштән өлкәндәр ҡала килә, уларҙа сирләү кимәле юғары (100 мең кешегә 55,8). Рәсәйҙә эпидемик процестың динамикаһы дөйөм донъя тенденциялары менән бер кимәлдә.


- Әле ауырыу ниндәй формала бара?

Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 49-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Р. БАЙЫМОВ.
Читайте нас: