Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Декабрь 2022, 08:45

МЕДИЦИНА ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЯҢЫ ЙЫЛДАН ӨҪТӘМӘ ТҮЛӘҮҘӘР АЛАСАҠ

В. Путин 2023 йылдың 1 ғинуарынан медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмәләр билдәләү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Был маҡсатҡа 2023 йылда 152,4 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Өҫтәмәләр күпме буласаҡ һуң?

МЕДИЦИНА ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЯҢЫ ЙЫЛДАН ӨҪТӘМӘ ТҮЛӘҮҘӘР АЛАСАҠ
МЕДИЦИНА ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЯҢЫ ЙЫЛДАН ӨҪТӘМӘ ТҮЛӘҮҘӘР АЛАСАҠ

Район үҙәк һәм район дауаханалары табиптары ай һайын өҫтәмә рәүештә 18,5 мең һум аласаҡ. Беренсел звено табиптары – 14,5 мең, тиҙ медицина ярҙамы табиптары 11,5 мең һум өҫтәмәгә эйә буласаҡ.

Район үҙәк һәм район дауаханаларының урта медицина персоналына – 8 мең һум, поликлиникаларҙың, ФАП-тарҙың, табиплыҡ амбулаторияларының кесе медицина персоналдарына – 6,5 мең һум, тиҙ ярҙам фельдшерҙарына һәм медицина сестраларына – 7 мең һум, кесе медицина персоналына – 4 мең һум, тиҙ ярҙам бүлегенең саҡырыуҙарҙы ҡабул итеү фельдшераҙына 4.5 мең һум өҫтәмә күҙаллана.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: