Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Ноябрь 2022, 10:15

Участка терапевыңды беләһеңме?

Дауаханаға барғанда тәү сиратта терапевтарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Табип-терапевт пациенттарҙы тәү башлап ҡабул итә, тейешле дауа билдәләй, кәрәк саҡта башҡа белгестәргә йүнәлтә. Әммә күптәр үҙҙәренең участка табибын белмәй. Ҡайһы ауыл халҡы ниндәй терапевҡа күренә ала?

1-се участокка Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт, Ғәлиәкбәр, Үрге Нөгөш ауылдары, Иҫке Собханғолдоң Салауат, Октябрь, Бельская, Матросов, Яр буйы (Набережная), Урал, Йылға аръяғы (Заречная), Комсомол, Ленин урамдары, Мунса, Кирбес, Пионер тыҡрыҡтары беркетелгән. Участка терапевты Рәмилә Билалова 19-сы кабинетта ҡабул итә.

2-се участокка Байғаҙы, Яңы Усман, Иҫке Монасип, Әтек ауылдары, Иҫке Собханғолдоң Һ. Ишкилдин, Матросов, Күл урамдары, Урман, Совет тыҡрыҡтары беркетелгән. 20-се кабинетта терапевт Инзиә Салауатова ҡабул итә.

3-сө участокка Мәһәҙей, Яңы Монасип, Аҫҡар, Исламбай ауылдары, Иҫке Собханғолдоң Совхоз, М. Сәғитов, Ҡыҙыл-Таш, М. Ғафури, Күл, Ҡояшлы,  Урал, Ерекле, Шишмә, Ҡәҙерғолов, Тыныслыҡ урамдары беркетелгән. Участка терапевты Наҙгөл Хәсәнова 24-се кабинетта ҡабул итә.

4-се участокка Тимер, Ырғыҙлы, Ҡотан, Мәҡсүт, Брәтәк ауылдары, Иҫке Собханғолдоң Совет, Урман, Тау, Ленин урамдары беркетелгән. Участка табибы ваҡытлыса булмау сәбәпле, был ауылдар халҡы башҡа терапевтарға күренә ала.

5-се участокка Яңы Мөсәт, Мәндәғол, Кейекбай, Аҡбулат ауылдары, Иҫке Собханғолдоң Ҡарат, Зәки Вәлиди, Мәктәп, Дуҫлыҡ, Мәсем, Аҡмулла, Баҙал, Тыныслыҡ, Хеҙмәт, Азатлыҡ, Арғыҙма, Ҡадыров, Р. Ишбаев, Наурыз, Ветерандар, Йүкәле, Ю. Ғәзизов урамдары беркетелгән. Участка терапевты Илнур Иманғолов 5-се кабинетта ҡабул итә.

6-сы участокка Байназар, Ҡурғашлы, Мораҙым, Һарғая, Ҡолғана, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылдары беркетелгән. Табип Әлфинә Ишбулатова Байназар амбулаторияһында ҡабул итә.

7-се участокка Ишдәүләт, Яуымбай, Әбделмәмбәт, Килдеғол, Нәби ауылдары, Иҫке Собханғол ауылының Ағиҙел, Муса Гәрәев, Йәштәр урамдары беркетелгән. Участка табибы Гүзәл Насырова 27-се кабинетта ҡабул итә.

Участка  терапевыңды беләһеңме?
Участка терапевыңды беләһеңме?
Автор:
Читайте нас: