Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Октябрь 2022, 10:00

Инсульт йәшәрә бара

29 октябрҙә Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла инсультҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә.Был яман сирҙең тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә барыуы, йәшәреүе хафаға һала.Район үҙәк дауаханаһының табип-неврологы, онкосирлеләргә паллиатив ярҙам күрһәтеү табибы, әлеге мәлдә инфекционисты ла алмаштырыусы табип Әйүпов Тайфур Мөбәрәк улы менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

Инсульт  йәшәрә бара
Инсульт йәшәрә бара

Тайфур Мөбәрәк улы 2015 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын, артабан интернатура тамамлаған. Вузда уҡып йөрөгән ваҡытында армияла – Свердловск өлкәһенең Елань ҡалаһында танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп тә өлгөргән – 3-сө класлы механик-водитель булған. Интернатураны тамамлап ҡайтҡас, бер аҙна ла ял итмәҫтән, район үҙәк дауаханаһында эш башлаған. 2017-2020 йылдарҙа “Яҡтыкүл” шифаханаһында эшләп, киренән районға ҡайтҡан. Т. Әйүповтың тормош юлдашы Гөлнәзирә Хәниф ҡыҙы ла – медицина хеҙмәткәре. Медиктар ғаиләһендә ике ҡыҙ үҫә.


- Тайфур Мөбәрәк улы, инсульт сире йәшәрә, тиеүҙәре дөрөҫмө?


- Инсультҡа ябай ғына сир тип ҡарамаҫҡа, уны булдырмау сараларын алдан күрә белергә кәрәклекте төшөндөрә табип практикаһы. Эйе, был мәкерле сирҙең йәшәреүе борсоуға һала. Минең практикала хатта өс айлыҡ сабыйҙың ошо сиргә дусар булыуы асыҡланды.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 43-сө һанында уҡығыҙ.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: