Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Октябрь 2022, 12:05

“Эшемдә иң оҡшағаны – пациенттарға өмөт бүләк итеү”, ти Бөрйән ҡыҙы

Бөрйән ҡыҙы, Өфөләге 18-се ҡала дауаханаһының табип-кардиологы Нотфуллина Динара Рәил ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаиләһенә именлек теләйбеҙ! Динара Рәил ҡыҙы тураһында тулыраҡ – артабан.

“Эшемдә иң оҡшағаны –  пациенттарға өмөт бүләк итеү”,  ти Бөрйән ҡыҙы
“Эшемдә иң оҡшағаны – пациенттарға өмөт бүләк итеү”, ти Бөрйән ҡыҙы

Динара Рәил ҡыҙы Нотфуллина (Зәйнуллина) – Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы. Рәил һәм Нурия Зәйнуллиндарҙың матур ғаиләһендә үҫеп, буй еткергән.

Динара Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, Өфөләге 18-се ҡала дауаханаһында врач-кардиолог булып эшләй. 13 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә Динара Рәил ҡыҙын күптән түгел дауахананың ҡабул итеү-диагностика бүлексәһе мөдире итеп тәғәйенләгәндәр.

«Радий Хабиров. Башкортостан РБ Новости» төркөмөндә урынлаштырылған Динара менән интервьюны  һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

-Һүҙҙе классик һорауҙан башлайыҡ – табип булырға теләүегеҙ бала саҡтанмы?

-Эйе, бала саҡтан. Яратҡан өләсәйемә инсульт булғас, уны ҡараған, дауалаған табиптар хәтеремдә ҡалған. Мин ул мәлдә 5-6 кластарҙа уҡый инем. Шул мәлдән алып “Кем булырға?” тигән һорау торманы минең алда. Мин ныҡлы белә инем – кешеләргә ярҙам итер өсөн табип буласаҡмын!

-Ни өсөн тап кардиолог?

-Башта дауалау факультетын тамамланым. Терапевтик профиль. Был дөйөмөрәк йүнәлеш ине. Тар белгеслек тармағына китер алдынан шулай дөрөҫөрәк булыр тип уйланым. Минең һәр ҡарарымды хуплап торған һәм һәр ваҡыт ярҙам иткән атайым менән әсәйемә рәхмәтлемен.

Ни өсөн кардиологмы? Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре барлыҡ донъяла үлемгә сәбәпсе булған төп ауырыуҙар иҫәбендә. Мин ошо хәлде үҙгәртер өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләргә теләгәнемде аңланым.

Интернатураны әле эшләп йөрөгән дауаханала – 18-се ҡала дауаханаһында үттем, шунда уҡ дежурлыҡ итә торғайным, табиптарға ярҙам иттем. 2 йыллыҡ ординатураны кардиология үҙәгендә үттем. Ләкин шул уҡ ваҡытта ошо дауаханаға төнгө дежурға  йөрөнөм. Был, әлбиттә, еңел булманы, ләкин бик ҙур тәжрибә йыйҙым.

18-се дауаханаға белгес булараҡ 2009 йылда килдем. Ул ваҡыттағы кардиология бүлеге мөдире Ольга Николаевна Полюдоваға айы-рым рәхмәт әйткем килә. Миңә бик ныҡ ярҙам итте, күп нәмәләргә өйрәтте.

2020 йылда оҙаҡ көтөп алған улым донъяға килде. Мин бер ни тиклем ваҡытҡа декрет ялына киттем. Унан инде яратҡан дауаханама кире эшкә сыҡтым.

-Һеҙҙе бит вазифа буйынса күтәрелеүегеҙ менән дә ҡотларға мөмкин, әйткәндәй?

(Мәҡәләнең тулы вариантын “Таң”дың 21 октябрҙә сыҡҡан 42-се һанында уҡығыҙ).

“Эшемдә иң оҡшағаны –  пациенттарға өмөт бүләк итеү”,  ти Бөрйән ҡыҙы
“Эшемдә иң оҡшағаны –  пациенттарға өмөт бүләк итеү”,  ти Бөрйән ҡыҙы
“Эшемдә иң оҡшағаны – пациенттарға өмөт бүләк итеү”, ти Бөрйән ҡыҙы
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: