Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Сентябрь 2022, 10:05

Грипҡа ҡаршы вакцина

Грипҡа ҡаршы прививканы сирҙең эпидемик күтәрелеүенә тиклем эшләтергә кәрәк. Уның өсөн иң ҡулай ваҡыт – сентябрь-ноябрь айҙары.

Грипҡа ҡаршы вакцина
Грипҡа ҡаршы вакцина

Граждандарҙың киләһе категориялары бушлай вакцинация үтә ала:

-6 айҙан 18 йәшкә тиклемге балалар;

-һөнәри һәм юғары белем биреү ойошмаларында уҡыусылар;

-йөклө ҡатындар;

-60 йәштән өлкәндәр;

-хроник сирҙәр менән яфаланғандар;

-айырым һөнәрҙәр һәм вазифалар буйынса эшләүсе өлкәндәр (медицина һәм мәғариф ойошмалары, транспорт, коммуналь һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәләре хеҙмәткәрҙәре);  дәүләт сиге аша үтеү пунктарында хоҡуҡ һаҡлау һәм дәүләт контроле органдары хеҙмәткәрҙәре; социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары һәм күп функциялы үҙәктәр хеҙмәткәрҙәре; дәүләт, граждан һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр;

-хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле кешеләр.

Киҙеүгә ҡаршы вакцина яһатыу өсөн поликлиника педиатрҙарына, участка терапевтарына йәки ауылдарҙағы фельдшерҙарға мөрәжәғәт итергә була.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: