Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Сентябрь 2022, 16:00

Ике сирҙең таралыуы күҙәтелә

Район хакимиәтендә санитар-эпидемик комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Беренсе көн тәртибендә район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин райондың санитар-эпидемиологик хәленә байҡау яһаны.   

Ике сирҙең таралыуы күҙәтелә
Ике сирҙең таралыуы күҙәтелә

- Быйылғы йылдың июль айынан коронавирус инфекцияһының артыуы күҙәтелә. Июлдә 13 осраҡ теркәлгән (шуларҙың 6-һы 14 йәшкә тиклемге балалар араһында), августа – 21 осраҡ (шуларҙың 3-һе балалар араһында), сентябрҙең тәүге 10 көнөндә – 19 осраҡ (7-һе балалар). Тәүге осраҡтар халыҡтың райондан ситкә сығыуы йәки башҡа райондарҙағы таныштарының һәм туғандарының ҡунаҡҡа килеүе менән бәйле. Әлеге ваҡытта сир район халҡы араһында бер-береһенә йоғоп тарала, - тине баш табип.


Ул шулай уҡ район биләмәһендә бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк ауырыуын иҫкәртеү буйынса саралар тураһында ла һөйләне.


2022 йылда Башҡортостан Республикаһында сысҡан биҙгәгенә бәйле эпидемиологик хәлдең ҡатмарлашыуы күҙәтелә. Сир 42 район һәм 6 ҡала биләмәһендә теркәлгән. Сирләү осраҡтары июндә артҡан. Ике осраҡ үлемесле тамамланған. 2022 йылда беҙҙең районда сысҡан биҙгәге менән ауырыуҙың 17 осрағы теркәлгән, шул иҫәптән июлдә - 6, августа 9 осраҡ.


Сирлеләрҙең 16-һы - ир-егеттәр һәм 1 ҡатын-ҡыҙ. Ауырыу 11 ауылда - Иҫке Собханғолда, Аҫҡарҙа 4-әр осраҡ, Иҫке Монасипта, Яңы Мөсәттә, Исламбайҙа, Яуымбайҙа, Әтектә, Мораҙымда, Иҫке Мөсәттә, Яңы Собханғолда, Әбделмәмбәттә 1-шәр осраҡ теркәлгән.


Кешенең урманда, шулай уҡ көнкүреш шарттарында зарарланыуы билдәләнгән. Белгестәр фаразлауынса, сирҙең иң хәүефле осоро сентябрь-ноябрь айҙарына тура килә.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, комиссия ҡарар сығарҙы: район биләмәһендә көҙгө дератизация айлығын ойошторорға һәм үткәрергә; ойошмалар һәм предприятиелар, шулай уҡ туристик һәм ҡунаҡхана ойошмалары, зыярат биләмәләрен һәм уларҙан 50 метрҙан да кәм булмаған аралыҡтағы биләмәне сүп-сарҙан таҙартырға һәм төҙөкләндерергә, көнкүреш сүплектәрен юҡ итергә; ошо биләмәләрҙә периметр буйынса дератизация саралары үткәрергә; тораҡ пункттар сиктәрендәге урман массивтарын урман парктары хәленә килтереүҙе ойошторорға.


Комиссия ағзалары шулай уҡ юридик шәхестәргә, шәхси эшҡыуарҙарға, эпидемиологик әһәмиәткә эйә булған объект хужаларына ай һайын биналарҙа дератизация үткәрергә, йәмәғәт һәм торлаҡ биналарҙың кимереүселәрҙе үткәрмәүсәнлеген тәьмин итергә тигән һ.б. ҡарарҙар сығарҙы.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: