Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
26 Август 2022, 15:10

Муйынға ултырған тоҙҙан нисек ҡотолорға?

Муйынға тоҙ ултырһа, елкә генә түгел, яурындар ҙа һыҙлай, ҡулдар, аяҡтар ойой башлай. Ғөмүмән, организм өсөн ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Муйындағы тоҙҙо сығарыу өсөн картуф, бал, аҡ шыршы (пихта) майы кәрәк була. Уларҙы нисек ҡулланыу тураһында – артабан.

Муйынға ултырған тоҙҙан нисек ҡотолорға?
Муйынға ултырған тоҙҙан нисек ҡотолорға?

Муйындағы тоҙ ҡатламын умыртҡа һөйәгенең муйын бүлеге остеохондрозы тип атайҙар. Умыртҡа һөйәгенең был өлөшө организм өсөн бик мөһим. Ул муйын тирәһе, бит, баш һөйәге һәм муйын туҡымаларын туйындырыусы ҡан тамырҙарын һәм нервыларҙың тупланған урыны булып тора.

Нервы остары ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә баш ауыртыуы, аяҡ-ҡулдарҙың ойоуы, мускулдарҙың зәғифләнеүе, тиҙ арыу кеүек ауыртыныуҙар, һыҙланыуҙар башлана.


Муйындағы тоҙҙо сығарыу өсөн 1 картуф, бал, аҡ шыршы (пихта) майы кәрәк була. Картуфты ваҡ ҡырғыстан үткәреп, бал менән 1:1 күләмендә яҡшылап бутарға. Килеп сыҡҡан массаны елкә, муйын тирәһенә һөртөп, йылы итеп урарға һәм 2 сәғәткә ҡалдырырға. Һуңынан йылы һыу менән һөртөп алырға һәм аҡ шыршы майы һөртөгөҙ.

Был процедураны 7-10 көн эшләргә кәрәк.

(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ).

Автор:
Читайте нас: