Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Август 2022, 12:15

Кишерҙең һабағын нишләтәһегеҙ, дуҫтар! Ташламағыҙ!

Кишерҙең һабағы тамыры һымаҡ уҡ файҙалы. Уны нисек ҡулланырға, тиһегеҙме? Был  хаҡта – артабан.

Кишерҙең һабағын нишләтәһегеҙ, дуҫтар! Ташламағыҙ!
Кишерҙең һабағын нишләтәһегеҙ, дуҫтар! Ташламағыҙ!

Кишерҙе ерҙән һурып алғас, тамырын ғына алып, һабағын, ғәҙәттә, йә ташлайбыҙ, йә малға, ҡош-ҡортҡа бирәбеҙ. Бынан ары улайтмайыҡ, дуҫтар. Уның күҙгә, бауырға  шифаһы бар икән.

Һабаҡтарҙы йыуып, турап, киптереп алһаҡ, бына тигән тәмләткес тә, шифа ла әҙер тигән һүҙ. Уны, укроп һымаҡ, бешеп кенә сыҡҡан барлыҡ аштарға өҫтәргә мөмкин. Тәме артыҡ һиҙелмәҫ, уның ҡарауы организмығыҙ өсөн шифаһы тейер.

Сәй һымаҡ итеп тә эсергә мөмкин. Тик барыһына ла оҡшамаҫҡа мөмкин.

Ә бына сөгөлдөрҙөң япрағын турап, туңдырып һаҡлау яҡшыраҡ икән. Ҡышҡыһын щи, борщ кеүек аштарға өҫтәргә мөмкин, шулай уҡ сөгөлдөр япрағы менән йомортҡаны туҡып ҡына ла еңел аш әҙерләргә була.

Тәмле лә, файҙалы ла!

Кишерҙең һабағын нишләтәһегеҙ, дуҫтар! Ташламағыҙ!
Кишерҙең һабағын нишләтәһегеҙ, дуҫтар! Ташламағыҙ!
Кишерҙең һабағын нишләтәһегеҙ, дуҫтар! Ташламағыҙ!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: