Организмды таҙартып алайыҡ

Организмды ваҡыты-ваҡыты менән шлактарҙан таҙартып тороу яҡшы. Түбәндәге ысул һеҙгә был тәңгәлдә ярҙамға килер һәм иммунитетығыҙҙы нығытыуға, ҡан әйләнешен яҡшыртыуға, матдәләр алмашыныуына булышлыҡ итер. Шифалы эсемлекте әҙерләү еңел генә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Организмды таҙартып алайыҡОрганизмды таҙартып алайыҡ
Организмды таҙартып алайыҡ

1,5 литр йылымыс һыуға 1 аш ҡалағы куркума онтағы (магазиндарҙа һатыла) һалабыҙ, 70 грамм бал һәм 1 лимонды ҡабығы менән бергә ҡырғыс аша үткәреп өҫтәйбеҙ.

Бер тәүлек төнәтергә кәрәк. Унан һөҙөп алып, 3 аҙна буйы көнөнә 3 тапҡыр ашарға тиклем ярты сәғәт элек 100 грамлап эсергә кәңәш ителә.

Сәләмәт булайыҡ!

(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ).

“Файҙалы кәңәштәр” төркөмө мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Фото интернет селтәренән алынды.

Автор: