Бөтә яңылыҡтар

ЫСЫҠТА ЯЛАН АЯҠ ЙӨРӨГӨҘ

Йәй дауамында даими рәүештә ысыҡта йөрөү иммунитетты нығыта. Ысыҡта яланаяҡ йөрөп, тамаҡ шешеүенән, ангинанан ҡотолоп була, ти халыҡ медицинаһы белгестәре. Был файҙалы шөғөл аяҡ тирләүенән дә, бәшмәкте, һөйәлдәрҙе, үксә типкеһен, шешенеүҙе бөтөрөргә ярҙам итә. Ә һеҙ яланаяҡ йөрөргә яратаһығыҙмы? Һуңғы тапҡыр ҡасан шулай йөрөнөгөҙ? 

ЫСЫҠТА ЯЛАН АЯҠ ЙӨРӨГӨҘ
ЫСЫҠТА ЯЛАН АЯҠ ЙӨРӨГӨҘ

Ысыҡ тамсылары – торғаны дарыу. Ысыҡлы үләндә иртәнге сәғәт 4-тән 8-гә ҡәҙәр йөрөргә була. Был шөғөлдө аҙ-аҙлап башлағыҙ, аяҡтарығыҙҙың өшөүенә юл ҡуймағыҙ. Аяҡты һөртмәйенсә генә ҡоро ойоҡ һәм аяҡ кейеме кейеп, аяҡтар йылынһын өсөн 15 минут самаһы ҡоронан атлау кәрәк. Йәки аяғығыҙҙы һөртөп ҡоротмайынса, ҡояшта ныҡлы киптергәндән һуң ғына йыуығыҙ. Шулай ысыҡтың файҙаһы нығыраҡ булыр.

Стенокардия, ҡан баҫымы күтәрелеү, инсульт, йөрәк өйәнәге кеүек ауырыуҙарҙы булдырмау,  яҫы табанлылыҡҡа юл ҡуймау өсөн яҡшы сара ул ялан аяҡ йөрөү.

Йәй дауамында даими рәүештә ысыҡта йөрөһәгеҙ көҙгөлөккә организмығыҙ нығыныр.

Нервы ауырыуҙарынан, һалҡынға тиҙ бирешеүсән кешеләргә элек-электән табиптар ялан аяҡ йөрөргә ҡушҡан. Иртәнге дымлылыҡ, ысыҡ кеше организмына ыңғай тәьҫир итә.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: