Бөтә яңылыҡтар

Күҙегеҙ яҡшыраҡ күрһен, тиһәгеҙ...

“Әллә нимә булды ул, күҙем томаланып тик тора”, тип әйтеүселәр бихисап. Түбәндәге ысул күҙҙәр өсөн файҙалы.

Күҙегеҙ яҡшыраҡ күрһен, тиһәгеҙ...
Күҙегеҙ яҡшыраҡ күрһен, тиһәгеҙ...

Кейәү үләне (чабрец) ярҙамға килер. Уны ҡанүлән тип тә атайҙар. Ул катаракта менән яфаланғандар өсөн дә яҡшы. 

1 аш ҡалағы ваҡланған кейәү үләне өҫтөнә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡаплап ултыртып торорға кәрәк. 

Ҡанүлән витаминдарға бик бай. Ундағы А һәм В витамины күҙ өсөн бик тә бик файҙалы. 

Һыуытҡыста һаҡланған төнәтмәне көнөнә 2 тапҡыр берәр аш ҡалағы эсерге кәңәш ителә. Дауаланыу курсы — тәнәтмә бөткәнсе. 
(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ). 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: