Бөтә яңылыҡтар

Балалар сәләмәт булһын, ти ул

Баязитова Раушания Вәкил ҡыҙының район дауаханаһында педиатр булып эш башлауына ярты ғына йыл. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул үҙен эшһөйәр, иғтибарлы, тыныс, изге күңелле табип итеп күрһәтеп өлгөргән.

Балалар сәләмәт булһын, ти ул
Балалар сәләмәт булһын, ти ул


Раушания Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылы ҡыҙы. Вәкил һәм Рәмзиә Хәсәновтар ғаиләһендә кинйә ҡыҙ булып 1997 йылдың 1 сентябрендә донъяға килә. Апаһы Рәшиҙә һәм ағаһы Уралға арҡаланып үҫһә лә, эш һөйөүсән, тырыш ҡыҙ булып буй еткерә.


Табип булыу хаҡында ул 10-сы класта уҡыған сағында уйлана башлай. 11-се класты уңышлы тамамлаған Раушания хыялдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡорт дәүләт медицина университетына юллана.


6-сы курста уҡығанда Иглин район дауаханаһында эш башлай. Тап ошо ваҡытта ил буйлап ковид сире башлана. Бик еңел булмаған осорҙа хеҙмәт юлын башларға тура килгән Раушания Вәкил ҡыҙы ҡыйынлыҡтар алдында баҙап ҡалмай.


- Тәүҙә ҡурҡыта ине, аҙаҡ өйрәнеп киттем. Ауырыуҙар күп булды, балалар араһында ла осраны, - ти ул.
Уҡыуын тамамлағандан һуң Раушания Бөрйәнгә килен булып төшә. Тормош иптәше Ғәзиз менән яҡты хыялдар ҡороп, үҙ йорттарын төҙөп сығыу хаҡында хәстәрлек менән йәшәйҙәр.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең  17 июнь һанында уҡығыҙ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: