Бөтә яңылыҡтар

33 йыл – һаулыҡ һағында

Ҡурғашлы ҡыҙы Айытбаева Луиза Рауил ҡыҙы бына 33 йыл үҙе һайлаған һөнәр буйынса тик бер ерҙә эшләй – район үҙәк дауаханаһының балалар бүлегендә шәфҡәт туташы.

33 йыл –  һаулыҡ һағында
33 йыл – һаулыҡ һағында

Байназар урта мәктәбен, Сибай медицина училищеһын тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайтҡан ҡыҙҙы нәҡ ошонда ғүмерлек эше, яратҡан коллективы, һөнәре көтөп торған да инде.

Хәҙер өс тиҫтәнән артыҡ йыл Ҡурғашлынан Иҫке Собханғолға аҙнаһына бер нисә көн йөрөп эшләй. Тәүҙә, билдәле, юлайҡан машиналарға эләгеп килә, ҡайта. Гел генә юлыңа машинаһы уңай сығып та тормай бит әле – тәпәй туратты эшкә егергә лә тура килгеләгән саҡтары була.

“Тимер ат” ты йүгәнләп алғас, юл йөрөүе бермә-бер еңелләшә. Хәҙер ун йылдан ашыу үҙе руль артында Луиза.

Үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгес бер ваҡытта ла эшен икенсе урынға ҡуймай – тырышып, бар күңелен һалып эшләй.

(Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 19-сы һанында уҡығыҙ).

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: