

Эндоскопия - эске ағзаларҙы диагностикалау алымы, уның өҫтөнлөгө - мәғлүмәтлелек, хәүефһеҙлек, ауырттырмау, балалар һәм өлкәндәр өсөн асыҡ булыу. Заманса эндоскопия диагностика, дауалау операциялары яһау, биопсия алыу өсөн файҙаланыла. Комплекс табиптарға алдынғы дауалау технологияларын ҡулланырға, юғары сифатлы һүрәт төшөрөргә мөмкинлек бирә. Эндоскопик тикшереү алымдары диагностика өсөн дә, төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн дә ҡулланыла. Хәҙерге эндоскопия эске ағзаларҙың онкология ауырыуҙарын иртә стадияларҙа асыҡлауҙа айырым роль уйнай.
- Күптән түгел яңы заманса эндоскопия комплексы алдыҡ. Ошо ҡорамалда эшләү өсөн уҡыуҙар үткәнбеҙ. Яңы ҡорамалда тикшереү сифаты үткәндәренән күп тапҡырға айырыла, шуға күрә был сирҙе иртә стадияла асыҡларға ярҙам итәсәк, - тип билдәләне Бөрйән дауаханаһының табип-эндоскопсыһы Морат Йәһүҙин.