Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Апрель 2022, 16:10

ӘРҺЕҘ МОСАФИР БУЛДЫ ӘЙТӘГҮР...

Килә яуа, килә яуа, Эйәләште бер болот, тигән йырҙағы болот кеүек булды әле ул ковид тигәндәре. Әйләнә лә килә, әйләнә лә килә. Ана, тағы сәләме килеп тә етте.  Исемен үҙгәртеп йөрөй бит әле ул. Быныһы ни исемле һәм ҡасаныраҡ килергә ниәтләй, тиһегеҙме?

ӘРҺЕҘ МОСАФИР БУЛДЫ ӘЙТӘГҮР...
ӘРҺЕҘ МОСАФИР БУЛДЫ ӘЙТӘГҮР...

 “Фундаменталь трансляция медицинаһы федераль тикшеренеү үҙәгенең айырыуса хәүефле инфекциялар лабораторияһы начальнигы, вирусология профессоры, биология фәндәре докторы Александр Чепурнов иҫәпләүенсә, бер айҙан Рәсәйҙә ковидтың яңы тулҡыны башлана.

Уның һүҙҙәренсә, быға «стелс-омикрон» штамы сәбәпсе булыуы ихтимал.

Инфекцияның был варианты «омикрон» менән сағыштырғанда бик тиҙ таралмаҫҡа тейеш, тип билдәләне Чепурнов.

«Бер айҙан «стелс-омикрон» килеп етер тип уйлайым. Әлеге ваҡытта Ҡытайҙа сир йоҡтороу осраҡтары күп, сөнки ул ныҡ әүҙем, хатта ҡытайҙар ҙа үҙҙәренең супердисциплинаһы һәм суперсаралары менән уны еңә алмай», — тип белдерҙе белгес”, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Шулай итеп, бер айҙан коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә. Хәйер, уны көткән кеше юҡ инде ул. Әрһеҙләшеп йөрөй инде тажзәхмәт...

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: