Бөтә яңылыҡтар

Һөнәрен яратып башҡара

-Үҙ һөнәремде яратам. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәремде хөрмәт итәм. Уларҙың һәр береһе үҙ эштәрен белеп, еренә еткереп, оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән табиптар, - ти пациенттарға иғтибарлы булып танылған Артур Әхнәф улы. Стоматолог үҙен профессиональ йәһәттән камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй, һайлаған һөнәре буйынса һәр яңылыҡты өйрәнеп, уны эшендә ҡулланырға тырыша. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған табипты район халҡы хөрмәт итә, тап уға эләгергә тырышҡан пациенттар ҙа етерлек.

Һөнәрен яратып башҡара
Һөнәрен яратып башҡара

Район үҙәк дауаханаһының стоматология бүлегендә үҙ һөнәренең оҫталарын туплаған коллектив эшләй. Табиптарҙың уң ҡулдары булған шәфҡәт туташтары ла халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүгә үҙ өлөштәрен индерә.

Артур Алтыншин Әбделмәмбәт ауылында тыуып-үҫеп, урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетында стоматолог һөнәрен үҙләштереп, тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Бына 9 йыл инде ул Бөрйән халҡын хеҙмәтләндерә. Өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да тештәрен дауалай.

- Был һөнәрҙе һайлармын тип һис уйламағайным. Хыялым программист булыу ине. Апайымдың кәңәше буйынса документтарымды медицина университетына ла тапшырҙым. Билдәләнгән көндәрҙә барып имтихан бирҙем. Уҡырға инеремә өмөт тә итмәгәйнем. Ҡабул ителгәнемде белгәс, артҡа сигенеү юҡ - китаптан башымды ҡалҡытманым.

Үҙ һөнәремде яратам. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәремде хөрмәт итәм. Уларҙың һәр береһе үҙ эштәрен белеп, еренә еткереп, оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән табиптар, - ти пациенттарға иғтибарлы булып танылған Артур Әхнәф улы.

Стоматолог үҙен профессиональ йәһәттән камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй, һайлаған һөнәре буйынса һәр яңылыҡты өйрәнеп, уны эшендә ҡулланырға тырыша. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған табипты район халҡы хөрмәт итә, тап уға эләгергә тырышҡан пациенттар ҙа етерлек.

- Балаларҙың тештәрен дауалағанда төрлө хәлдәр була. Уларға  аңлатып, һөйләп эшләһәң, улар тыныслана, һиңә ышана, ҡыҙыҡһынып, һорауҙарын бирә. Тештәрен дауалап бөткәндән һуң ҡыйыулыҡтары өсөн ата-әсәйҙәре әҙерләгән бүләктәрҙе лә тапшырабыҙ. Үҫмерҙәр  иҫтәлеккә фотоға төшәләр, - ти ул.

Стоматология бүлегендә 2020 йылда ике стоматологик ҡоролма яңыһына алыштырылған, был тештәрҙе сифатлыраҡ, йәғни ауыртыуһыҙ дауалау өсөн мөмкинлек бирә, өҫтәүенә, теш ҡуныҡтарын бөтөрөү, тештәрҙе профессиональ таҙартыу өсөн ике скайлер бар.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 11-се һанында (18.03.2022) уҡырһығыҙ.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: