Бөтә яңылыҡтар

Кәмеһә лә, юҡҡа сыҡмаған

Үткән аҙнала 82 ПЦР анализ алынып, тикшереүгә ебәрелһә, шуның 15-е ыңғай һөҙөмтә күрһәткән.

Кәмеһә лә,  юҡҡа сыҡмаған
Кәмеһә лә, юҡҡа сыҡмаған

Коронавирус яйлап кәмей барһа ла, сирләүселәр ярайһы уҡ күп кенә. Үткән аҙнала 82 ПЦР анализ алынып, тикшереүгә ебәрелһә, шуның 15-е ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Унан алдағы аҙнала 324 анализ алынып, шуның 113-ө коронавирус булы-уын раҫлаған ине.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуарҙа – 65, февралдә 1005 кешелә ковид асыҡланғайны. Март башынан алып 104 осраҡ теркәлгән.


Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан алып 1174 райондашыбыҙ был сиргә дусар булған. Шуның 374-е балалар. Хеҙмәткә яраҡлы 560 кеше, пенсия йәшендәге 240 кеше ковид менән ауырыған.


Әле 3 кеше дауаханала, 219 кеше амбулатор дауа ала. 949 кеше һауыҡҡан. Йыл башынан 3 райондашыбыҙ сир ҡорбаны булған.


13 мартҡа районда 9046 кеше вакцинаның – 1-се, 8270 кеше ике компонентын да алған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: