Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Февраль 2022, 17:00

Ауырыусылар һаны күбәйә

Быйылғы йылдың ғинуар айында коронавирус менән ауырыусыларҙың 65 осрағы теркәлһә, февралдең тәүге яртыһында 537 кеше ауырығаны асыҡланған.

Ауырыусылар һаны күбәйә
Ауырыусылар һаны күбәйә

Уҙған аҙнала сирләүселәрҙең 322 осрағы теркәлгән. Шуларҙың 117-һе балалар һәм үҫмерҙәр. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыу осраҡтары 32%-ҡа артҡан. Коронавирус инфекцияһының балалар араһында тиҙ таралыуы хәүефләндерә. Ауырыу йоҡторған 117 баланың 13-ө 2 йәшкә тиклемге балалар.


Пандемия башланғандан алып районда 2419 кеше коронавирус менән ауырыған. Һуңғы аҙнала вакцинация темпының түбәнәйеүе күҙәтелә.
Үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла һаҡлайыҡ!

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: