Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Февраль 2022, 17:30

Таяҡтарҙың серле көсө бар

Алты йылдан ашыу йөрөйөм, хәҙер аяҡтарымдың һыҙлауы ла баҫылды, кәүҙәм дә еңеләйҙе.

Таяҡтарҙың серле көсө бар
Таяҡтарҙың серле көсө бар

Элегерәк ҡулдарына саңғы таяғы тотоп саңғыһыҙ йөрөүселәрҙе күреү ҡыҙыҡ кеүек тойола ине. Хәҙер был спорт төрө бик популяр булып китте. Район үҙәгендә, ауылдарҙа бигерәк тә оло быуын кешеләре скандинав йөрөшө менән ныҡлап шөғөлләнә башланы.

Район үҙәгендә скандинавса атлап йөрөгән инәйҙәрҙән бындай спорт төрө менән ҡасандан шөғөлләнә башлауҙары хаҡында ҡыҙыҡһындым.
Таяҡ тотоп атлауҙы үҙләштереүсе инәйҙәр кәүҙәләрендә еңеллек тойоуҙары, һаулыҡтарының нығыныуы хаҡында белдерҙе.
Әнисә Мофаззалова ла скандинавса йөрөүҙең файҙаһын, һөҙөмтәһен күргән.


-Скандинавса йөрөү һаулығыма ныҡ тәьҫир итә. Иптәшем ауырып ятҡанда ла мине ошо таяҡ “ҡотҡарҙы”. Бер ҙә ҡалдырмайынса йөрөргә тырышам. Бигерәк тә аяҡҡа файҙаһы күп. Сыҡмай торһам, кәйефем төшә башлай. Организм бер өйрәнһә, үҙе үк һорай башлай бит ул, үҙе ҡуша. Сыҡҡы килеп кенә тора.


Кемдәр йөрөгәндәре юҡ, ләкин теләктәре бар, әйҙәгеҙ, беҙгә ҡушылығыҙ, бергәләшеп йөрөйөк. Уның файҙаһынан башҡа бер ниндәй ҙә зыяны юҡ. Компьютер, телевизор төбөндә ултырғандарынса, йәштәр, балалар ҙа сығып йөрөһә ине. Кәйефегеҙ ҙә шәп булыр, һаулығығыҙ ҙа ташламаҫ, - тине сәләмәт тормош алып барыусы.
Тимәк, һау булғың килһә, хәрәкәтләнеү шарт. Һәр кемдең сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булғыһы килә. Әммә бының өсөн көс һалырға кәрәк.


Тәнзилә Бәшәрованың да был өлкәлә тәжрибәһе ҙур.
- Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Скандинавса йөрөгәндә бөтә мускулдар эшләй. Кәйеф тә күтәрелә, саф һауала йөрөү үҙе бер дауа бит. Йөрәккә көс өҫтәлеп киткәндәй тойола, нервылар тыныслана. Көнөнә 2 сәғәттәй ваҡытым китә. Бер сыҡҡанда 8 саҡырым тирәһе йөрөйбөҙ. Тәүҙәрәк 10 кеше булып китә инек. Пандемия ваҡытында икешәрләп, өсәрләп кенә сығабыҙ, - ти 2015 йылдан алып шөғөлләнеүсе Тәнзилә апай.


-Тубығым һыҙлаған өсөн башлап ебәрҙем. 40 йыл мәктәптә эшләп, аяғөҫтө күп тороуҙар ҙа еткәндер инде, тубыҡтар зыян күрә башлағайны. Шул саҡта скандинав таяғы ярҙамға килде. Алты йылдан ашыу йөрөйөм, хәҙер аяҡтарымдың һыҙлауы ла баҫылды, кәүҙәм дә еңеләйҙе. Скандинавса атлау быуындарҙы әүҙемләштерә. Саф һауала йөрөүҙең дә үҙ шифаһы: йоҡо ла тыныс, йөрәккә лә, башҡа ла ял. Былай йөрөү велосипедта йөрөүҙән файҙалыраҡ та.


Ләкин районда иркенләп йөрөү өсөн урын юҡ. Яр буйында йөрөһәң, машиналар күп, шәп еләләр - шул урын мәсьәләһе эсте бошора. Иҙел буйлап сығып китәбеҙ ҙә парктың ситенән урап ҡайтабыҙ. Шул парк эргәһенән һуҡмаҡ булмаҫмы икән, йәки яр буйынан йәйәүлеләр өсөн юл һалмаҫтармы икән, тип район хакимиәтенә, депутаттарға мөрәжәғәт итәбеҙ, - ти Эльмира Әминева.


Скандинавсылар менән аралашҡан арала үҙем өсөн әллә күпме мәғлүмәт тә тупланым. Скандинавса атлау таяҡ һелтәп йөрөү тигәнде генә аңлатмай икән, уның үҙ ҡағиҙәләре бар. Тәүҙә күнекмәләр эшләп алыр кәрәк, тәнде яҙмай тороп, ҡапыл башларға, хәл бөткәнсе йөрөргә ярамай, дөрөҫ итеп тын алыу ҙа шарт. Таяҡты ла белеп, кәүҙәңә тура килгәнен һайларға кәрәк. Хәрәкәттәр ябай, көсөргәнешһеҙ булырға тейеш. Таяҡтарҙы ерҙән һөйрәлтергә ярамай, ә аҙ ғына ауырлыҡты таяҡтарға күсерергә кәрәк. Аяҡты шыуҙырып атламаҫҡа, тәүҙә үксәгә, шунан бармаҡ остарына баҫырға кәңәш ителә, шул уҡ ваҡытта арҡаны ла төҙ тотоу мөһим. Ҡул алда булғанда терһәкте бөгөргә, артта сағында яҙырға кәңәш ителә.
Һөйләшеп ҡуйғандар, тиерһең, яныбыҙға Клара Алтыншина килеп: «Апайҙар, скандинав таяҡтары менән атлап йөрөргә миңә лә өйрәтегеҙ әле. Ҡыҙым Стәрленән әсәйҙәр көнөнә бүләк итеп таяҡтар алып ҡайтҡайны», - тине.


Тәү ҡарашҡа ябай ғына булып күренһә лә, скандинавса атлап китеү еңелдән түгел икән. Клара апайҙың таяҡты яңы тотҡаны әллә ҡайҙан һиҙелеп тора. Тәжрибәлеләрҙең атлауынан уның атлауы күпкә айырыла.


Белгестәр белдереүенсә, был спорт төрө яҡшы кәйеф кенә өҫтәп ҡалмай, йөрәк, үпкә эшмәкәрлеген яҡшырта, остеохондроз, артрит, сколиоз сирҙәрен профилактикалауға булышлыҡ итә. Даими йөрөү ҡан тамырҙары, йөрәк, үпкә, эсәктәр эшмәкәрлеген дә яҡшырта. Скандинавса атлағанда тәндең 90 проценттан ашыу мускулы хәрәкәтләнә, 46 процентҡа күберәк калория сарыф ителә. Бигерәк тә ҡан баҫымынан, быуындар һыҙлауынан интегеүселәргә, тән ауырлығынан ҡотолорға теләүселәргә был шөғөл бик уңай.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: