Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Февраль 2022, 09:35

Ковид ныҡ шаша

Коронавирус һәм киҫкен респираторлы вируслы инфекция (ОРВИ) һаман таралыу өҫтөндә. Февралдең 1-енән 8-енә тиклем районда яңы коронавирус инфекцияһы менән нисә кеше ауырыған? Уларҙың нисәүһе балалар?

Ковид ныҡ шаша
Ковид ныҡ шаша

Ғинуар башынан районда 331 кешенең коронавирус менән сирләүе теркәлгән. Иң хәүефләндергәне –  был сир 106 балала асыҡланған.

Шуға бәйле, медиктар көн һайын иртәнсәк балаларҙың температураһын үлсәргә һәм, әгәр температураһы күтәрелгән икән, балалар баҡсаһына ла, мәктәпкә лә ебәрмәҫкә ҡуша.

Әгәр баланың температураһы бар икән (тамағы ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек, ҡоҫоуы, эсе китеүе, йүткереүе, тымаулауы күҙәтелеүе мөмкин), өйҙә ҡалырға һәм табипҡа йәки фельдшерға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Баланы үҙаллы дауаларға ярамай, өҫтәүенә, антибиотиктар менән!

Район үҙәк дауаханаһында балалар инфекция кабинеты иртәнге 7 сәғәт 30 минуттан киске 20.00 сәғәткә тиклем эшләй. Унда баланың хәленең кимәлен ҡарайҙар, ПЦР анализ алалар. Һөҙөмтә ыңғай булған хәлдә, ғаилә ағзалары изоляцияға китергә тейеш. Ата-әсәләргә баланы ҡарау өсөн больничный асыла.

Әгәр ғаиләлә мәктәптә уҡыған балалар булһа, улар дистанцион уҡыуға күсергә тейеш. Түңәрәк-секцияларға ла йөрөү тыйыла.

Хөрмәтле райондаштар! Һаҡланыу сараларын теүәл үтәйек!

(Бөрйән район үҙәк дауаханаһының социаль селтәрҙәге мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: