Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Февраль 2022, 09:35

КОРОНАВИРУС МЕНӘН ҠАЙҺЫ АУЫЛДАРҘА СИРЛӘҮСЕЛӘР КҮБЕРӘК?

Тажлы зәхмәттең бишенсе тулҡыны донъя гиҙә. Үткән йыл аҙағына эпидемиологик хәл беҙҙә байтаҡҡа яҡшыра төшһә, йыл башынан йәнә көсөргәнешлек артты. Район үҙәк дауаханаһында үткән брифинг тап ошо темаға арналды. Уны район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин алып барҙы.

КОРОНАВИРУС МЕНӘН ҠАЙҺЫ АУЫЛДАРҘА СИРЛӘҮСЕЛӘР КҮБЕРӘК?
КОРОНАВИРУС МЕНӘН ҠАЙҺЫ АУЫЛДАРҘА СИРЛӘҮСЕЛӘР КҮБЕРӘК?

Табип-эпидемиолог Ю. Коробчанский килтергән мәғлүмәттәр тынысланырға ирек бирмәй.
-Коронавирусҡа бәйле көсөргәнеш арта. Донъяла “омикрон” штамы ныҡ тарала.
Беҙҙә йыл башынан яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүҙең 87 осрағы теркәлде. Шул иҫәптән 26 балала ковид асыҡланды. Сир бик тиҙ тарала. Мәҫәлән, был аҙнаның тәүге 3 көнөндә 22 осраҡ асыҡланды. Киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән сирләүселәр ҙә артыу өҫтөндә. Үткән аҙна менән сағыштырғанда 3 тапҡырға күберәк, - тине Юрий Николаевич.
Ковид райондың 16 ауылында теркәлгән. Иҫке Собханғолда, Байназарҙа, Мәһәҙейҙә, Әбделмәмбәттә иң күбе.
Әлеге ваҡытта 4 кеше госпиталдә, 63 кеше амбулатор дауалана, 38 кеше һауыҡҡан.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: