Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
31 Ғинуар 2022, 15:35

Үҫмерҙәргә вакцина яһау башланды

31 ғинуарға ҡарата Бөрйән район үҙәк дауаханаһында 8 бала “Спутник М” вакцинаһын яһатҡан. Был хаҡта район педиатры Зилә Исмәғилева хәбәр итте. Теләге булғандар дауаханала прививка яһатырға мөмкин. 15 йәше тулмағандарға ата-әсәнең ризалығы кәрәк, тине табип.

Табиптар белдереүенсә, “Спутник М” вакцинаһы балаларҙың йәшенә яраҡлаштырылған. Асылда ул – шул уҡ “Спутник V”, ике компонентлы, тик дозаһы  биш тапҡырға кәметелгән. Вакцина балаларҙы ғына түгел, улар менән бәйләнештә булған ололарҙы ла һаҡлауы, шулай уҡ ковидты ауыр үткәреү ихтималлығын кәметеүе менән эффектив. Прививка яһатмаған уҡыусыларға бер ниндәй ҙә сикләүҙәр индерелмәйәсәк.

26 ғинуарҙа республикаға “Спутник М” вакцинаһының тәүге партияһы килтерелде һәм медицина учреждениеларына таратылды. Шул иҫәптән район үҙәк дауаханаһына ла 30 доза вакцина килтерелгән.

Мәҫәлән, Яңы Монасип ауылынан Ләлә Тажитова әйтеүенсә, бөтә ғаилә менән прививка яһатҡандар. Вакцина ошо мәкерле сирҙән һаҡлай икәнлеген беләбеҙ, шуға күрә балаларыбыҙға ла яһатырға булдыҡ, тиҙәр улар.

Үҫмерҙәргә вакцина яһау башланды
Үҫмерҙәргә вакцина яһау башланды
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: