Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
24 Ғинуар 2022, 10:00

Ҙур күләмле саралар икенсе ваҡытҡа күсерелә

Коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышы үтте. Унда райондағы санитар-эпидемиологик хәл-торош ҡаралды. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин белдереүенсә, иң күп ауырыусылар һаны сентябрь-октябрь айҙарына тура килһә, декабрҙә 15 осраҡ теркәлгән. 1 ғинуарҙан 10 ғинуарға тиклемге арауыҡта 92 кеше анализ биргән, 4 кешелә covid сире раҫланған. Ғинуарҙың 11-енән 16-һына тиклем 49 кеше анализ тапшырһа, 10-ында коронавирус сире асыҡланған. 17 ғинуарҙа анализ биргән 37 кешенең 6-һының һөҙөмтәһе ыңғай. Инфекция райондың 4 ауылында теркәлгән.

Ҙур күләмле саралар икенсе ваҡытҡа күсерелә
Ҙур күләмле саралар икенсе ваҡытҡа күсерелә

Иҫке Собханғолда – 8,  Байназарҙа – 6, Мәһәҙейҙә – 5, Яңы Собханғолда бер осраҡ.

Бер кеше госпиталгә ебәрелгән, амбулатор дауа алыусылар һаны - 17, һауығыусылар - 2.

Пандемия башланғандан алып районда  1846 кеше (район халҡының 10,9 проценты) ауырыған. 2021 йылда - 1766 кеше.

Декабрҙә ОРВИ менән сирләүселәр 450 булһа, уларҙың 265-е – балалар. Ғинуарҙа 112 кеше, 40-ы балалар.

18 ғинуарға ҡарата районда 8159 кеше вакцина яһатҡан, 2-се компонентын 6197 кеше алған.

60 йәштән өлкәндәр араһында 2408 кеше вакцинаның 1-се компонентын, 1491 кеше 2-се компонентын эшләткән. 419 кеше ревакцинация үткән.

Вакцина яһатыу темпы түбәнәйгән. Әле дауаханала 4409 доза вакцина бар.

 Район мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Сәйфитдинов белем биреү учреждениеларындағы санитар-эпидемиологик хәл-торош менән таныштырҙы.

Каникулдарҙан һуң уҡыу аҙнаһы башланыуға бөтә белем биреү учреждениеларында санитар талаптар буйынса саралар (дезинфекция) үткәрелгән. Бөтә мәктәп, балалар баҡсаларында инспекторҙар тәғәйен-ләнгән, биналарға инеү урындары контролдә тотола.

18 ғинуарға ҡарата 3082 уҡыусының 94-е ауырыу сәбәпле мәктәпкә бармаған. 350 уҡытыусының 4-әүһе ауырый.

Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы Указына ярашлы, шулай уҡ районда коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, оператив штаб ҙур күләмле фестивалдәр, смотрҙар, күп кеше ҡатнашҡан спорт саралары үткәреүҙе һуңыраҡ ваҡытҡа күсерергә ҡарар итте.

30 кешенән артҡан хеҙмәт коллективтарында йыйылыштар, муниципа-литеттарҙа кәңәшмәләр уҙғарыу тыйыла. Район ойошмаларында граждан-дарҙы ҡабул итеү дистанцион рәүештә һәм электрон форматта башҡарыла.

Сауҙа ойошмаларында санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен контролдә тотоусы ведомство-ара комиссия үҙ эшен дауам итә. Шәхси эшҡыуарҙарға һәм етәкселәргә эшмәкәрлекте Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы Указына ярашлы алып барырға кәңәш ителә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе менән берлектә мобиль төркөмдәр сауҙа һәм йәмғиәт урындарында патрулдә йөрөйәсәк. Битлек режимы, социаль дистанция, вакцина яһатыу тураһындағы сертификаттарҙың, QR-кодтарҙың булыуы һәм башҡа талаптар мотлаҡ үтәлергә тейеш.

Сикләүҙәр граждандарҙың именлеген һаҡлау өсөн ҡабул ителгән. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Ҙур күләмле саралар икенсе ваҡытҡа күсерелә
Ҙур күләмле саралар икенсе ваҡытҡа күсерелә
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: