Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
7 Ғинуар 2022, 14:05

Һаулығың - байлығың

Үткән йылда ла бөтә донъя коронавирус сиренә ҡаршы көрәш алып барҙы. Һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта барған, халыҡ һаулығы һағына баҫҡан медиктарға ни әйтерһең. Шуларҙың береһе райондашыбыҙ, медицина фәндәре докторы, Өфөнәң Дим биҫтәһендәге дауахананың баш табибы Фәнил Булат улы Шәмиғоловҡа үткән йылда ла бик күп эшләргә тура килде һәм уның хеҙмәте лә юғары баһаланды.

Һаулығың - байлығың
Һаулығың - байлығың

Р. Хәбиров Фәнил Булат улы тураһында бик тәжрибәле белгес һәм ойоштороусы тип маҡтап телгә алды һәм уға “Хеҙмәт даны” (“За трудовую доблесть”) миҙалын тапшырҙы.
Был миҙал республикала яңы ғына барлыҡҡа килгән награда. Уны булдырыу тураһындағы Указға республика етәксеһе үткән йылдың 9 июнендә генә ҡул ҡуйған. Был награда юғары оҫталыҡ, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән өсөн һәм юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Фәнил Булат улы “Төбәк лидерҙары” милли телевизион премияһы лауреаты ла. Ул “Геройҙар ваҡыты” тигән номианцияла төп призға лайыҡ тип табылды.
Бынан тыш, яҡташыбыҙ медицина өлкәһендәге иң юғары наградаларҙың береһе булған Пирогов ордены кавалеры.
Ул етәкләгән дауахана коронавирус менән көрәштең дә алғы һыҙығында булды.

Шулай уҡ беҙҙең район үҙәк дауаханаһы неврологы Ләйсән Ирек ҡыҙы Фазылова ла байтаҡтан бирле был көрәштең алғы һыҙығында булды. Башта ул Өфөнөң Дим районындағы яҡташыбыҙ, медицина фәндәре докторы Фәнил Булат улы Шәмиғолов етәкләгән дауаханала командировкала булды. Унан – Белоретта.

Тәжрибәле медиктарға, яҡташтарыбыҙға кешеләр сәләмәтлеге һағындағы эштәрендә һәм тормоштарында уңыштар насип булһын!

Һаулығың - байлығың
Һаулығың - байлығың
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: