Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Декабрь 2021, 15:00

ВИРУС БЕҘГӘ ҠАҒЫЛЫР ТИП УЙЛАМАНЫҠ ТА...

(Коронавирус менән ауырып, дауаханала ятып ҡайтҡан райондашыбыҙҙың уй-кисерештәре) Тажлы вирус... Быға тиклем ышанып та етмәгәнмендер... Кемдер ауырый, тип ишетелһә, ах та ух килеп аптырап, бөтә ауырыуҙарҙы ла бер вирусҡа ауҙарып, тигән уй үтер ине баштан. Был вирус барҙыр, тик минең юлдар менән һәр ваҡыт параллель барыр, минең юлым менән уның юлы киҫешмәҫ кеүек ине. Ине... Августҡаса.

ВИРУС БЕҘГӘ ҠАҒЫЛЫР ТИП УЙЛАМАНЫҠ ТА...
ВИРУС БЕҘГӘ ҠАҒЫЛЫР ТИП УЙЛАМАНЫҠ ТА...

Августы көттөм. Пландар хәтәр ине. Класташтар менән осрашыу. Ни тиһәң дә 20 йыл. Нисек бармаҫҡа? Барам, һис шикһеҙ.
Ремонт, буяу эштәре...
Атай йортона ҡайтып килеү... Һ.б.
Уйламағанда, ғаиләбеҙ менән "тажлы" булдыҡ. Шунан башланды ла инде көрәш. Бөрйән-Белорет - Өфө. Бөтмәҫ анализдар, дарыу, укол, системалар... Ярай мин табип ҡарамағында, өйҙәгеләрҙе йәлләйем. Балаларыма ауыр саҡта эргәләрендә булмауыма, йәнем әсей. 5-6 көндән хәлем яҡшырҙы. Ауырыу сигенде. "Тағы ла бер көн күҙәтеү аҫтында тотабыҙ һәм ҡайтырһың", тип мине ҡыуандыралар.
Төн... Йоҡоһоҙ төн. Иртәгә ҡайтам, тип ҡанатланып, күҙ алдына килтереп ятам. Ваҡыты-ваҡыты менән тыным ҡыҫылып ала, шатлығымдан, тип уйлайым. Таң менән температура юғары, сатурация түбән булыуы асыҡлана. Һатлыҡ йән приборҙар мине ҡайтармаҫҡа итә. Тағы анализдар... Хәлем минут һайын насарыраҡ була бара. Төшкә тора алмауымды аңлайым. Табиптар береһен икенсеһе алмаштырып, инеп тикшереп тора. КТ, 36%, реанимация... Башта бер генә уй, йәшәү теләге. Тоташтырылған бөтә приборҙар былай ҙа хәлһеҙ тәнемде баҫа. Атып бәрге килә. Туҡтауһыҙ геүләп тороуы йәнгә тейә. Эргәләге илау-һыҡтауҙар, уфтаныуҙар, ҡысҡырыуҙар, ярҙам һорауҙар - был тауыштарҙан күңел тағы ла төшә. Дауалаусы табип хәл белергә инә. "Нимә борсой?" - тигән һорауына, хәлһеҙ ҡулым менән саҡ кислород маскаһын сисеп : "Хочу жить! " - тип ысҡындырам һәм быуым йырыла. Шул уҡ ваҡытта, бөтөнләй үҙ аллы тын ала алмауымды аңлау, мейемде телеп үтә...
Был мәлдә бөтә туғандарым минең өсөн доға ҡылыуын белмәй инем әле. Әсәйем, апайым, ағайҙарымдың ярҙамын тойоу көс бирҙе. Ауыр хәлдә кемдең кемлеге беленә, тигәндәй үҙемдең туғандарға һәм дуҫтарға бай икәнлегемде аңланым. Уларҙан килгән хәбәрҙәр, ҡылған доғалары миңә төшөнкөлөккә бирелмәҫкә ярҙам итте. Бөтәһенә лә сикһеҙ рәхмәтлемен! Бәлә-ҡазалар урап үтһен, һау-сәләмәт булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Ғаиләмә лә еңел түгел ине, әлбиттә. Уларға ярҙам итеүселәр - аҙыҡ-түлек, кәрәкле дарыуҙарҙы килтереп тороусылар барлығын белеү күңелемде тынысландырҙы.
Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ!

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: