9 декабрҙә “Урал” физкультура-сәләмәтләндереү комплексының боҙ майҙансығын рәсми асыу тантанаһы үтте.
Күңелле сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов сәләмләне.
- Бөгөн йәштәрҙең күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Улар төрлө кимәлдә уҙғарылған ярыштарҙа районыбыҙҙың данын яҡлап, уңышлы сығыш яһайҙар, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр. Вәғәҙә иткәнемсә, “Салауат Юлаев” клубы тарафынан бирелгән хоккейсыларҙың уйын комплекттарын тапшырам. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет һәм эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем! – тине.
Район мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Сәйфитдинов, комплекс директоры Азат Ишкилдин, ветеран хоккейсы Мәжит Ҡолдәүләтов боҙ майҙансығының буш тормауын, конькиҙа шыуыусы, хоккей уйнарға яратыусы балаларҙың шат тауыштары тынмауын теләне, йәштәрҙе лә, ололарҙы ла саф һауала спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы.
Спорт һөйөүселәргә йәш йырсы Артур Һатыбалов йыр бүләк итте.
Балаларҙы футбол серҙәренә төшөндөрөүсе Юлай Уразаев комплекс хеҙмәткәрҙәре менән берлектә балаларға күңелле уйындар ойошторҙо. Байрам төҫө алған сара балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм ветеран хоккейсылар командаларының дуҫтарса уйыны менән дауам итте.