Үткән аҙнала яңы коронавирустың 2 осрағы теркәлде.
Үткән аҙнала 246 анализ эшләнгән, шуның 5-ендә тест ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Был аҙнала 307 анализдың 2-һе ыңғай һөҙөмтә күрһәтте. Һуңғы 4 аҙнала ауырыуҙың кәмеүе күҙәтелә.
2021 йылдың 1 июненән алып 1667 кеше ауырыған, шулар араһында 14 йәшкә тиклем 293 бала (шуларҙан 2 йәшкә тиклемгеләр - 58), 15-17 йәшлек 83 үҫмер.
Әлеге ваҡытта 3 кеше госпитализацияланған, 25 кеше амбулатор дауа ала, 1618 кеше һауыҡҡан.
2021 йылға план буйынса 8920 кешегә вакцина яһатыу ҡаралған.
Бөгөнгө көндә 12 288 доза вакцина алынған, 5785 дозаһы ҡулланылған, 6503 доза ҡалған.
12 декабргә ҡарата вакцинаның беренсе компонентын 5785 кеше, икенсе компонентын 4763 кеше һалдырған, ревакцинацияны «Спутник Лайт» вакцинаһы менән 184 кеше үткән.
Үткән аҙна менән сағыштырғанда, вакцинация темпы 18,1%-ҡа артҡан.
Хөрмәтле райондаштар, ауырыу кәмеүгә табан китһә лә, артабан да һаҡланыу сараларын инҡар итмәйек! Сөнки был зәхмәт бик мәкерле.