Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Ноябрь 2021, 10:00

Тажзәхмәт менән бәйле һандар нимә һөйләй?

Коронавирус мәкерле эшен дауам итә. Әҙерәк кәмей башлаған, тип ҡыуанып та өлгөрөп булмай, яңынан ныҡ артып китә. 

Тажзәхмәт менән бәйле  һандар нимә һөйләй?
Тажзәхмәт менән бәйле һандар нимә һөйләй?

Ял көнө рес-публикала 681 осраҡ, һуңғы тәүлектә 676 осраҡ асыҡланған. Әлеге ваҡытта республика дауа-ханаларында 788 кеше дауалана. Шуларҙың яртыһынан күберәге 60 йәштән өлкәндәр. Үтә ауыр хәлдәгеләрҙең дә һаны арта – 123-кә барып еткән. 7211 кеше өйҙә дауа ала.


Пандемия башланғандан алып республикала 96 мең ковид йоҡтороу осрағы теркәлгән. 84 500 самаһы сирле һауыҡҡан.


Ял көндәрендә ковид-госпиталдәрҙә 69 кеше вафат булған. Пандемия башланғандан алып коронавирустан республикала 3044 кеше үлгән.


Коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн республикала 2,4 миллион кеше вакцина яһатырға тейеш. 15 ноябрь иртәһенә Башҡортостанда 1 миллион 812 мең кеше прививканың беренсе компонентын алған, ә 1 миллион 513 мең кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған ине.


Тотош Рәсәйҙе алғанда, 9 миллион кеше COVID-19 менән ауырыған. Ай буйы илдә тәүлек һайын 30 меңдән артыҡ кешелә сир асыҡланып тора. Һуңғы тәүлектә генә лә 1219 кеше ковид ҡорбаны булған. Дөйөм алғанда, пандемия башланғандан алып 255 386 кеше коронавирустан вафат булған. Үткән аҙнала ғына ла тажзәхмәт 8572 кешенең ғүмерен мәлһеҙ өҙгән. Әлеге ваҡытта илдә 1 030 703 кеше ковидтан дауалана.


Бәғзе берәүҙәрҙең ошондай статистика шарттарында ла төрлө фейк хәбәрҙәргә ышаныуы ғәжәпләндерә.


Ҡыҫҡаһы, коронавирусҡа бәйле хәлдәр нормалләшмәй әле. Белгестәр фекеренсә, вакцина яһатҡан кешеләр араһында сирләүселәр булһа ла, сирҙе сағыштырмаса еңел үткәрәләр икән. Уйланайыҡ, райондаштар.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: