Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Октябрь 2021, 15:05

Вакцинациялау әүҙемләшә төшкән

Район үҙәк дауаханаһының баш табибы белдереүенсә, районда вакцинация темпы әүҙемләшкән. Һуңғы аҙнала 551 кеше вакцина яһатҡан. Үткән аҙна менән сағыштырғанда, вакцина яһатыусылар 44 процентҡа артҡан. Прививка яһатыу буйынса хәл, ҡайһы ауылдарҙа яҡшы ойошторолған, ә ҡайһыларында һүлпән барыуы хаҡында тулыраҡ сайтта. 

Вакцинациялау әүҙемләшә төшкән
Вакцинациялау әүҙемләшә төшкән

Район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышы үтте. Унда район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов һәм район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары В. Вәлиева ҡатнашты.

 

Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин районда сирҙең артыуы, вакцинациялау буйынса хәл-торошто презентация ярҙамында бәйән итте.

 

Районда 4217 кеше - вакцинаның беренсе, 3489 кеше  икенсе компонентын яһатҡан. 60 йәштән өлкәндәр араһында 1099 кеше - прививканың беренсе, 863 кеше икенсе этабын үткән. Бөгөнгө көнгә район дауаханаһында 3536 доза вакцина бар. Һуңғы аҙнала 551 кеше вакцина яһатҡан. Үткән аҙна менән сағыштырғанда, вакцина яһатыусылар 44 процентҡа артҡан.

Прививканы район үҙәк дауаханаһында, Байназар амбулаторияһында һәм бөтә ФАП-тарҙа эшләтергә була. Шулай уҡ күсмә вакцинациялау буйынса график төҙөлгән.

Ырғыҙлы, Мәһәҙей, Үрге Нөгөш, Байназар, Брәтәк, Ҡотан, Байғаҙы Иҫке Собханғол ауылдарында халыҡтың 50 проценттан күберәге прививка эшләткән.

Иң әҙ вакцина яһатыусылар Ишдәүләт, Әбделмәмбәт, Тимер, Һарғая, Яңы Мөсәт, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Ҡурғашлы, Иҫке Мөсәт, Әтек ауылдарында.

Тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең 29 октябрь һанында уҡырһығыҙ.

 

 

Вакцинациялау әүҙемләшә төшкән
Вакцинациялау әүҙемләшә төшкән
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: