Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
26 Октябрь 2021, 10:30

Вакцина яһатырға теләүселәр арта төшкән

Коронавирус темаһы көн ҡаҙағынан төшмәй әле – сөнки сир сигенергә уйламай. Район хакимиәтендә үткән сираттағы брифингта район үҙәк дауаханаһының табип-эпидемиологы Ю. Коробчанский әйтеүенсә, үткән аҙнала ауырыу 51 кешелә асыҡланған.

Вакцина яһатырға теләүселәр арта төшкән
Вакцина яһатырға теләүселәр арта төшкән

Коронавирус темаһы көн ҡаҙағынан төшмәй әле – сөнки сир сигенергә уйламай. Район хакимиәтендә үткән сираттағы брифингта район үҙәк дауаханаһының табип-эпидемиологы Ю. Коробчанский әйтеүенсә, үткән аҙнала ауырыу 51 кешелә асыҡланған.

Унан алдағы аҙнала был күрһәткес 66 булған. Ләкин сир кәмеүгә табан бара, тип әйтергә иртәрәк. Сөнки үткән аҙнала унан алдағыһына ҡарағанда тикшереүгә анализдар аҙыраҡ ебәрелгән. 100 кешегә ҡарата күрһәткес тә шуға дәлил: теге аҙнала 100 анализдың – 21-е, уҙған аҙнала 100 анализдың 23-ө ыңғай һөҙөмтә биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, октябрҙә генә лә был аяуһыҙ зәхмәт 6 райондашыбыҙҙы алып китте.

Әлеге ваҡытта сирләүселәрҙең йәш нисбәте түбәндәгесә: балалар һәм үҫмерҙәр – 23, хеҙмәткә яраҡлы граждандар – 58, 60 йәштән өлкәндәр – 18 процент.
Шул иҫәптән вакцина яһатҡан кешеләр араһында ла бер нисә сирләү осрағы булған. Ләкин сир сағыштырмаса еңел формала үткән, организм өсөн ауыр эҙемтәләргә килтермәгән. 18 кеше икенсе тапҡыр ауырыған.


-Әлеге ваҡытта 26 кеше дауаханала ята, 245 кеше амбулатор дауа ала. Ра-йонда 4062 кеше вакцина яһатҡан. Был - пландың 45 проценты. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн районда 9000 тирәһе кеше вакциналы булырға тейеш.


Һуңғы ваҡытта вакцина яһатырға теләүселәр арта төштө. Вакцина яһатырға кәрәк. Бынан тыш, дөйөм хәүефһеҙлек сараларын да инҡар итергә ярамай Улар: кеше араһында битлек кейеп йөрөү, 1,5 метр дистанцияны һаҡлау, урамдан ҡайтҡас, ҡулдарға дезинфекция үткәреү (ныҡлап йыуыу), тыуған көн, юбилей, туй кеүек халыҡ күп йыйыла торған сараларҙан тыйылып тороу, күмәк кеше йыйылған сараларға йөрөмәү, - тине Юрий Николаевич.


Брифингҡа йомғаҡ яһап, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғ. Хәлитов:
-Коронавирус мәсьәләһе беҙҙә генә түгел, республикала, тотош Рәсәйҙә киҫкен тора. Быға халыҡтың аңлап етмәүе лә үҙ өлөшөн индерә. Вакциналау темпы түбән.


Кешеләр күп йыйылған урындарҙа, мәҫәлән, туйҙарҙа халыҡ бер-береһенә сирҙе тиҙ йоҡтора.


Мине урап үтер әле был сир, тип тыныслана торған ваҡыт түгел бөгөн. Сир бик йоғошло. Йәнә беҙҙең халыҡтың, һыуыҡ ҡына тейгәндер, үтеп китер әле, тип аяҡтан йығылмайынса дауаханаға мөрәжәғәт итмәй торған холҡо бар. Үҙ сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы булығыҙ, - тине.


Үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла һаҡларға тырышайыҡ – тейешле талаптарҙы теүәл үтәйек!

Вакцина яһатырға теләүселәр арта төшкән
Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: