Редакцияға халыҡтан һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы һорауҙар күп кенә килә. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин һәм район үҙәк дауаханаһы терапевы Илнур Иманғолов менән шул һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнек.
-Райондағы әлеге ваҡыттағы эпидемиологик хәлде нисек баһалайһығыҙ? Ишетеүебеҙсә, үткән аҙнаның йома-шәмбе көндәрендә генә лә был сир 6 райондашыбыҙҙы алып киткән.
-Кешенең битарафлығы, вакцинаны ваҡытында эшләтмәүе арҡаһында ошондай хәлгә килеп терәлдек. 1 сентябргә тиклем районыбыҙҙа йәшәүселәрҙең 60 проценты вакцинация үткән булһа, бөгөнгө көндә ошо хәл булмаҫ ине. Кешеләрҙең күбеһе вакцинанан баш тартты, кире ҡарашлы видеояҙмалар таратылды һәм һаман да таратыла. Әлеге көндә эпидемиологик хәл бик киҫкен тора. Сир аҙғандан-аҙа бара. Июндән бөгөнгө көнгә тиклем районда 21 кеше ковид-19 сире арҡаһында был донъянан китеп барҙы.
- Вакциналау нисек бара?
- Был сирҙе еңеү өсөн халыҡтың 80 проценты вакцинация үтергә тейеш. Эйе, вакцина яһатҡандар ҙа ауырый. Шуныһы мәғлүм булһын, вакцина эшләткәндәр сирҙе еңелсә үткәрәләр һәм улар араһында ковид-госпиталдә ятыусылар юҡ.
Әгәр ҙә теге йәки был ауылда вакцина яһатырға теләүселәр һаны күп булһа, саҡырһалар, дауахана хеҙмәткәрҙәре был эште күсмә рәүештә лә ойоштора ала. Ауылдарҙа фельдшерҙар ҙа прививка эшләйҙәр. “Спутник V” минус 18 градуста һаҡланырға тейеш, шуға күрә вакцинаны дауахана бригадаһы эшләй. Бөгөнгө көнгә 3800 кеше генә прививка эшләткән.
Йәнә шуны белеү мөһим. Беҙ яҙ, йәй айҙарында ауылдарҙа 4 тапҡыр йөрөп сыҡтыҡ. Теләүселәр һаны бик түбән булды. Вакцина эшләткәндән һуң 40-45 көн үткәс кенә организмда иммунитет формалаша. Сентябрь еткәс эшләткәндәрҙең иммунитеттары әле формалашмаған. Ауырыған кешеләр, вакцинанан һуң ауырыныҡ, тиҙәр.
Ысынында, уларҙың иммунинеты формалашып өлгөрмәне. Бына октябрҙең аҙаҡтарында саҡ формалаша башланы. Кешеләр ошоно дөрөҫ аңлаһын ине.
-Ревакцинация үтеүселәр бармы? Ауырығандан һуң күпме ваҡыт үткәс уны яһатырға кәрәк?
-Ревакцинация “Спутник Лайт” вакцинаһы менән эшләнелә. Ул ФАП-тарҙа ла һаҡлана ала, шуға күрә уны ауылда ла эшләтергә була. Ревакцинация үтеүселәр бар. Уларҙың күбеһе медиктар. Ауырығандан һуң 6 ай үткәс, вакцинация яһатҡандан һуң да 6 ай үткәс, ревакцинация үтергә мөмкин.
-Ни өсөн район дауаханаһында госпиталь асылмай? Бөтә кеше лә Белоретҡа йөрөй алмай бит.
- Тулыһынса формалашҡан дауаханаларҙа ғына ковид-госпиталь асыу мөмкинлеге бар. Сифат тураһында ла уйлау шарт. Госпиталь асыу өсөн табиптар, дарыу, хеҙмәтләндереү, тәүлек әйләнәһенә кислород менән тәьмин итеү кәрәк. Белоретта беҙҙең район кешеләрен һалалар, кире ҡайтарып ебәрмәйҙәр, икенсенән, ковид-госпиталдә ятыр өсөн КТ үтергә кәрәк, ә әлегә ундай ҡыйбатлы ҡоролмалар беҙҙә юҡ.
-Бөрйән ҡалаларҙан алыҫ урынлашҡан, район дауаханаһына КТ аппараты юллау көнүҙәк мәсьәлә. Был юҫыҡта ниндәйҙер эштәр эшләнәме?
- Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова граждандарҙы ҡабул иткәндә ундай һорау бирелде. Мәғлүмәт ҡабул итеп алынды, ҡарарбыҙ, тинеләр. Киләсәктә бирерҙәр, тигән өмөттәбеҙ.
-Өфөнән республика клиник дауаханаһы табиптарының килеүе хаҡында белмәй ҡалдыҡ, тип мөрәжәғәт итеүселәр бар. Ни өсөн улай килеп сыҡты икән?
- Иғлан район үҙәк дауаханаһының сайтында ҡуйылды.
Әгәр ҙә бөтә халыҡ эркелеп килһә, ауыр хәлдәгеләр бәлки, күренә алмай ҙа ҡалырҙар ине. Табиптарҙың килеүе хаҡында участка терапевтарына, фельдшерҙарға әйтелде. Нигеҙҙә, иҫәптә торған сирлеләрҙе ҡарау төп маҡсат ине. Ауырыуҙарҙың кемеһелер операцияға, кемеһелер клиник дауаханаға тулы анализға, кемеһелер амбулатор дауаланыуға ебәрелде. Йәнә, эпидемиологик хәлгә бәйле, бөтә халыҡты ҡабул итеү мөмкин дә түгел.
-Лаборатория Белоретҡа күсә, имеш, тигән хәбәрҙәр йөрөй. Был дөрөҫлөккә тап киләме?
-Юҡ, был дөрөҫ түгел. Ошо көндәрҙә районыбыҙҙа республика Башлығы Р. Хәбиров эш сәфәре менән булып китте. Был турала һөйләшеү булды. Лаборатория үҙ урынында ҡала, ҡәҙимге режимда эшләйәсәк.
-Халыҡҡа тағы ла ниндәй теләктәрегеҙ, әйтер һүҙҙәрегеҙ бар?
- Был сирҙе еңеү өсөн, тағы ла ҡабатлайбыҙ, вакцинация үтеү мөһим. 18 октябрҙән яңы сикләүҙәр индерелде. Шуға күрә битлек режимын үтәү мотлаҡ. Оло йәштәгеләр үҙҙәрен һаҡлаһындар ине. Теләһә ниндәй имеш-мимешкә, уйҙырмаларға ышанмағыҙ, һорауҙар булһа, дауаханаға, фельдшерға мөрәжәғәт итегеҙ. Интернетта теләһә кем ултырырға мөмкин. Ауырыған саҡта улар һеҙгә ярҙамға килмәйәсәк, тап табиптар ғына ярҙамға ашығасаҡ. Атай-әсәйҙәрегеҙҙе, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе уйлағыҙ.
Әлеге көндә дауаханала балалар һәм ололар өсөн инфекция кабинеттары эшләй. Ололар кабинетында кеше күп булыу сәбәпле, ике табип ултыра. Улар көнөнә 100-ҙән артыҡ кешене ҡабул итә. Беҙ күпме тырышһаҡ та, ватсаптағы бер нисә секунд, йә минутлыҡ кире ҡарашлы роликтар бар эшебеҙҙе юҡҡа сығара.
Оло йәштәге ағай-апайҙар вакцина эшләтмәгәндәре арҡаһында йыш ауырыйҙар. Битлек режимы үтәлмәй. Ҡунаҡҡа, туйға йөрөйҙәр. Бер туй була икән, унда ҡатнашҡан кешеләрҙең күбеһе бер 5 көн үткәс дауахананың инфекция кабинеты алдына килеп баҫалар. Оло йәштәгеләр ныҡ ауыр үткәрә. Үҙебеҙҙе лә яҡындарыбыҙҙы ла һаҡлайыҡ.