Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Октябрь 2021, 11:00

Ҡыпсаҡтар айыҡ тормошҡа ынтыла

Ошо арала ҡыпсаҡтарҙы БСТ-нан күрә алаһығыҙ, дуҫтар! Һәр йәһәттән әүҙем, тырыш халыҡ төпләнгән Әбделмәмбәт ауылы быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға дәғүә итә.

Ҡыпсаҡтар айыҡ тормошҡа ынтыла
Ҡыпсаҡтар айыҡ тормошҡа ынтыла

Ошо арала ҡыпсаҡтарҙы БСТ-нан күрә алаһығыҙ, дуҫтар! Һәр йәһәттән әүҙем, тырыш халыҡ төпләнгән Әбделмәмбәт ауылы быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға дәғүә итә.

Ҡатнашырҙарына ла, уңыш яуларҙарына ла өмөт ҙур – әллә ҡайҙан көтмәй, ауылға ҡағылышлы ҙур ғына мәсьәләләрҙе лә йыйыла һалып үҙҙәре хәл итергә тырышып ятҡан ҡыпсаҡтар еңеп тә сығыр әле.


-Бөгөнгө көндә «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының беренсе этабына әҙерлек эштәре дәррәү бара.
Экологик өмәләре ойошторола. Баннер ҡуйылды.


БСТ каналының «Тормош» тапшырыуы журналистары республиканың төпкөл ауылдарынан һаналған Әбделмәмбәт ауылы кешеләренең көнкүреше, тормошо тураһында тапшырыу төшөрҙө.


Тапшырыу октябрь урталарында күрһәтеләсәк, - тип хәбәр итәләр Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәтенән.

Ҡыпсаҡтар айыҡ тормошҡа ынтыла
Ҡыпсаҡтар айыҡ тормошҡа ынтыла
Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: