Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Октябрь 2021, 11:00

КОВИД. Һорауҙар һәм яуаптар

Хөрмәтле райондаштар! COVID-19-ға бәйле эпидемиологик хәл хөртәйеү өҫтөндә. Тажзәхмәт менән сирләүселәр һаны арта. 2020 йылда, нигеҙҙә, оло быуын кешеләре ауырыһа, бөгөн сир “йәшәреү” өҫтөндә.

КОВИД. Һорауҙар һәм яуаптар
КОВИД. Һорауҙар һәм яуаптар

Хөрмәтле райондаштар! COVID-19-ға бәйле эпидемиологик хәл хөртәйеү өҫтөндә. Тажзәхмәт менән сирләүселәр һаны арта. 2020 йылда, нигеҙҙә, оло быуын кешеләре ауырыһа, бөгөн сир “йәшәреү” өҫтөндә.

Беҙ һеҙҙән битлек режимын, социаль дистанцияны һаҡлауығыҙҙы һорайбыҙ. Йәнә тиҙ арала тажзәхмәткә ҡаршы вакцина яһатһағыҙ ине – был һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы замана сиренән ҡурсалап ҡалыуҙың һәм, сирҙе йоҡторған хәлдә лә, унан еңелерәк ҡотолоуҙың иң ышаныслы юлы.


Бөгөн тажзәхмәткә ҡаршы вакцинаны поликлиникала, табип амбулаторияларында һәм ФАП-тарҙа һалдырып була.


Нисек итеп
сир йоҡтормаҫҡа?


Иң яҡшы ысул – вакцинация.

Зарарланмау өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе һаҡлағыҙ:
- кеше күп йыйылған урында йөрөмәгеҙ;
- бәйләнештәрҙе сикләгеҙ;
- битлектә йөрөгөҙ;
- составында спирт 70 %-тан кәм булмаған антисептик менән файҙаланығыҙ;
- йәмәғәт урындарында булып ҡайтҡас, ҡулдарығыҙҙы ентекләп йыуығыҙ, бит-йөҙөгөҙгә ҡул менән ҡағылмағыҙ;
- смартфондарығыҙҙы спиртлы салфетка менән һөртөгөҙ;
- йәшелсә-емеште эҫе ағын һыу аҫтында йыуығыҙ.

Спорт менән шөғөлләнегеҙ, аҡһымдарға, витамин һәм минералдарға бай аҙыҡ-түлек ҡулланығыҙ, туйғансы йоҡлағыҙ.


Вакцинаны медиктар ярай, тип тапҡан бөтә кеше яһата ала.
Түбәндәге категория кешеләренә вакцина яһатыу айырыуса мөһим:
- 60-тан үткәндәр;
- социаль өлкәлә һәм күмәк кешеләр менән эшләгәндәр;
- хроник сирлеләр.


Вакцинаны ҡайһы осраҡта эшләтергә ярамай?
- вакцинаның берәй компонентына ҡарата гиперһиҙемләү булһа (ярамаһа);
- анамнезда ауыр аллергик реакция булһа;
- ауыр инфекциялы һәм башҡа сирҙәр менән сирләгәндә;
- хроник сирҙәр киҫкенләшкәндә вакцинаны һауыҡҡандан һуң 2-4 аҙна үткәс йәки ремиссиянан һуң эшләтергә;
- йөклөлөк һәм бала имеҙеү осоронда;
- 18 йәшкә тиклем.


Вакцина эшләткәс,
температура күтәрелһә,
ни эшләргә?
Прививка эшләткәс, организмдың уға ҡарата индивидуаль реакцияһы булыуы мөмкин.Тәүге өс көн эсендә температура күтәрелеү ҡәҙимге хәл тип ҡабул ителә. Артабан температура төшмәһә һәм хәл насарайһа, табипҡа мөрәжәғәт итеү кәрәк.


Вакцина эшләтеү
пункттары:
Поликлиникала: эш көндәрендә 08.00-18.00 сәғәттәргә тиклем, ял көндәрендә – 09.00 -15.00 сәғәттәрҙә.
Ауыл ФАП-тарында: 09.00 – 16.40 сәғәттәрҙә.
Сәләмәт булығыҙ!

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: