Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Октябрь 2021, 09:30

Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышы үтте.

Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды
Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышы үтте.

Уны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В. Вәлиева алып барҙы.

Венера Фәрит ҡыҙы ауырыуҙың артыуы, республикала коронавирус инфекцияһынан үлем осраҡтарының күбәйеүе, халыҡ тарафынан һаҡланыу сараларының һүлпәнәйеүе тураһында һөйләне. Халыҡ менән күберәк контактта булған һатыу һәм туҡланыу нөктәләре, матурлыҡ салоны хеҙмәткәрҙәре араһында вакцина һалдырыусылар бик һирәк һәм улар бирсәткә, битлектәрҙә эшләргә тейештәр.


Табип-эпидемиолог Ю. Коробчанский коронавирус буйынса хәл-торош менән таныштырҙы.


Сентябрҙә район буйынса ковид менән ауырҙың 537 осрағы теркәлһә, октябрҙә 221 кеше ауырыу йоҡторған. Һуңғы 3 көндә генә 52 кешелә асыҡланды сир. Һуңғы аҙнала балалар һәм үҫмерҙәр араһында сир 2 тапҡырға кәмегән, ә эшкә яраҡлы йәштән өлкән кешеләрҙә 2 тапҡырға артҡан.


6 октябргә ҡарата районда 3667 кеше - вакцинаның беренсе, 3008 кеше икенсе компонентын яһатҡан. Был аҙнала үткән аҙна менән сағыштырғанда вакцина яһатыусылар һаны 39,3%-ҡа күбәйгән.
Ултырыш һуңында ойошмаларҙа биналарҙы елләтеү, дезинфекция кеүек дөйөм гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, вакцинация буйынса эште дауам итергә, халыҡҡа Covid тураһында иҫкәртеү буклеттары таратырға, ойошмаларға рейдтар үткәрергә тигән ҡарарҙар сығарылды.


Башҡортостанда
ҡош киҙеүе теркәлгән
Штаб ултырышында шулай уҡ ҡурҡыныс сир – ҡош киҙеүенең Башҡортостанда теркәлеүе тураһында мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры А. Шәрипов һөйләне:
-Быйыл профилактик сараларҙың үтәлеүенә ҡарамаҫтан, ҡош киҙеүе Башҡортостанға үтеп инде. Ул Туймазы районының Бишҡурай ауылында урынлашҡан 5000 баш ҡаҙ аҫраған «Алтын ҡаҙ» КФХ-һында теркәлде. Хужалыҡ ҡаҙҙары ҡырағай ҡоштар менән бер һыу ятҡылығында осрашып, уларҙан ауырыу йоҡторған булыуҙары ихтимал. Әлеге ваҡытта эпизоотологик тикшереүҙәр бара, хәл асыҡлана. Шулай уҡ 4 саҡрым алыҫлыҡтағы күрше ауыл кешеләренең йорт ҡоштары ла ауырыу йоҡтороп, барлығы 7000 тирәһе баш ҡош зыян күргән. Ҡоштарҙы юҡҡа сығарасаҡтар. 2 ауыл да 21 көнгә карантинға ябылған, - тип белдерҙе Айгиз Юлай улы.


Ултырыш аҙағында район халҡына шәхси хужалыҡтарҙағы ҡош-ҡортто һуйып алырға, ә әлегә өлгөрмәгәндәрен ябыҡ урында аҫрарға, һыу сығанаҡтарына ебәрмәҫкә тигән мөрәжәғәт әйтелде.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: