Яңы коронавирус тип исемләнгән зәхмәт мәкерле эштәрен дауам итә – әле бер, әле икенсе штамы барлыҡҡа килеп кенә тора.
Барыбыҙға ла мәғлүм, ул районда айырыуса июнь башынан шаша башланы: июндә – 113, июлдә – 177, августа – 322, сентябрҙә – 537, шул иҫәптән үткән аҙнала 141 осраҡ асыҡланған. Унан алдағы аҙнала 382 анализ ебәрелеп, шуларҙың 140-ында сир раҫланған. Үткән аҙнала 439 анализдың 141-е ыңғай һөҙөмтә күрһәткән.
Июнь башынан ошо көнгә тиклем дөйөм 1290 кешелә был сир теркәлһә, шуның 327-һе – балалар, 739-ы – хеҙмәткә яраҡлы кешеләр, 224-е хеҙмәт йәшенән олораҡтар.
1 июндән алып вакцина яһатҡан 57 кеше ауырыған, 18 кеше был сирҙе ҡабатлап үткәргән.
Әлеге ваҡытта 27 кеше дауаханала, 673 кеше амбулатор дауа ала. 582 кеше һауыҡҡан. 1 июндән алып 8 кеше сир ҡорбаны булған.
Пандемия башланғандан алып районда 1441 кеше ауырыған. Йыл башынан 1365 кеше сирләһә, шуның 1290-ы - 1 июндән алып.
Хәҙер иҫкәртеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер – вакцина яһатыу бик мөһим. 2021 йылда районда 8920 кеше коронавирус инфекцияһынан прививка яһатырға тейеш. Әлеге көнгә тәүге компонентты – 3592, ике компонентын да 2936 кеше һалдырған.
Һуңғы ваҡытта беҙҙең районда ғына түгел, тотош илдә сирҙең артыуы билдәләнә. Шуға күрә үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлау сараларын онотмайыҡ: битлек режимын теүәл үтәргә тырышайыҡ, кеше араһында дистанция һаҡлайыҡ, шулай уҡ күп кеше йыйылған мәжлестәргә йөрөмәй тороу хәйерлерәк.
Әйткәндәй, Белорет районы һәм ҡалаһы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Белореттағы беҙҙең райондыҡылар ҙа дауаланған ковид-госпиталгә инеп, ундағы хәлде үҙ күҙҙәре менән күргәндән һуң үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙған:
-Белореттағы ковид-госпиталдә әле 225 сирле дауалана. Койкаларҙы ҡуйырлыҡ урын да ҡалмаған.
Күптәр – ауыр хәлдә.
Кемдер коридорҙағы койкаһында палатаға сират көтә… Бында пациенттар телевизор ҡарамайҙар, төрлө яңылыҡтарҙы тикшереп, сәй артында әңгәмә ҡормайҙар, журналдар уҡымайҙар. Кислород аҫтында ятҡанда улар ҡайғыһы юҡ… Тынлыҡты бында бары тик үпкәне яһалма елләтеү аппараты тауышы һәм табиптарҙың “Хәлең нисек?”, “Барыһы ла нормаламы?” тигән һүҙҙәре генә бүлә.
Дауахана стеналараның теге яғында, моғайын, коронавирусҡа ҡаршы вакцина өйрәнелмәгән, сирҙән 100 процентҡа һаҡламай, насар эҙемтәләре булыуы мөмкин, тиеберәк әңгәмә ҡороу еңелдер. Тик бында түгел… Социаль селтәрҙәрҙә төрлө әсе комментарийҙар яҙыу ҙа еңелдер.
Ә койкаларҙа – кемдеңдер әсәһе, атаһы, яҡындары. Улар - прививка һалдырмау арҡаһында башҡаларға ҡарағанда сиргә нығыраҡ бирешеүселәр.
Сирҙән төп һаҡланыу сараһы вакцина икәнен хәтерҙән сығармайыҡ!