Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Сентябрь 2021, 10:10

Гриптан прививка яһатығыҙ

Бөрйән район үҙәк дауаханаһы киҙеүҙән (гриптан) прививка яһатырға саҡыра.

Гриптан прививка яһатығыҙ
Гриптан прививка яһатығыҙ

Бөрйән район үҙәк дауаханаһы киҙеүҙән (гриптан) прививка яһатырға саҡыра.

Әлеге ваҡытта «Ультрикс Квадри» (710 доза алынған, 40 доза ҡалған) һәм «Совигрипп» (2120 доза алынған, 1000 доза ҡалған) вакциналарын һалдырырға мөмкин.


60 йәштән өлкәндәргә, киҫкен респираторлы киҙеү менән йыш ауырыусыларға, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, студенттарға, медицина, социаль, идара, мәғариф, хеҙмәтләндереү, дөйөм туҡланыу, транспорт һәм һатыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, хәрбиҙәргә, полиция органдарында эшләүселәргә прививка эшләтеү кәңәш ителә.


Вакцинация алдынан терапевт консультацияһы алыу мотлаҡ.


Сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: