Коронавирус кәмемәй әле – сентябрҙең 9-ынан 15-енә тик-лемге арауыҡта 113 осраҡ асыҡланған. Сираттағы брифингта ошондай мәғлүмәт еткерелде.
Быға тиклем тапшырылған һәр 100 ПЦР-анализға 30 сир асыҡланһа, үткән аҙнала был күрһәткес 39 булған.
Балалар һәм үҫмерҙәр араһында сирләүселәр артҡан. Был аңлашыла ла, сөнки балалар мәктәптә, балалар баҡсаларында бер-береһе менән тығыҙ аралаша башланы. 2 йәшкә тиклемге балалар араһында ла ауы-рыусылар ике тапҡырға күбәйгән.
1 июндән алып районда 852 кеше ауырыған. Шул иҫәптән июндә – 113, июлдә – 177, августа – 322, сентябрҙең тәүге ике аҙнаһында 240 осраҡ теркәлгән.
Дөйөм сирләүселәрҙең 23 проценты балаларға һәм үҫмерҙәргә тура килә (201 осраҡ). Ололар – 19 процент. Ҡалғаны – хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләр.
Әлеге ваҡытта 29 кеше дауаханала дауалана. 410 кеше амбулатор дауа ала. 394 кеше һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сир 8 райондашыбыҙҙың ғүмерен ҡыйҙы. Уларҙың барыһы ла прививка яһатмаған булғандар.
-Әлеге ваҡытта вакцинация бара. Вакциналар бар. Коллектив иммунитетҡа өлгәшеү өсөн районда йәшәүсе 18 йәштән өлкәндәрҙең 60 процентына вакцина яһатырға кәрәк. Был 7 мең тирәһе кеше. Әле 3266 кеше вакцина яһатҡан. Был 48 процент.
Сир әҙерәк кәмегән һымаҡ була ла кире арта. Инфекция беҙҙең арала, ул бер ҡайҙа ла китмәгән.
Вакцина яһатҡандар араһынан
46 кеше сирләне. Ләкин улар сирҙе сағыштырмаса еңел һәм ауыр эҙемтәләрһеҙ үткәрҙе. Вакцина сирҙең ауыр пневмонияға әйләнеп китеүенән һаҡлай. Шуға вакцина яһатырға кәрәк.
Мине йәнә бер күренеш борсой – еңелерәк сирләп йөрөүселәрҙең байтағы магазиндарҙа, кеше араһында, ҡунаҡта йөрөйҙәр. Улар үҙҙәре еңел үткәрһә лә, уларҙан йоҡторған кешеләр өсөн был сирҙең бик ауыр тамамланыуы ихтимал бит. Ауырыйһығыҙ икән, ике аҙна өйөгөҙҙә генә булып тороғоҙ. Йәнә шәхси һаҡланыу сараларын онотмағыҙ, - тине район үҙәк дауаханаһының табип-эпидемиологы Ю. Коробчанский.